«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Рәсәй эшҡыуарлығы көнөнә арнап



19.04.2011 Рәсәй эшҡыуарлығы көнөнә арнап

Рәсәй эшҡыуарлығы көнөнә арнап26 майҙа илебеҙҙә Рәсәй эшҡыуарлығы көнө билдәләнәсәк. Һөнәри бай­рамдары уңайынан Башҡортостан Респуб­ли­каһы Эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһы «Ли­нии торговли» журналы менән берлектә махсус проект ойоштора.
БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәте буйынса, махсус проекттың төп маҡсаттары — Башҡортостанда эшҡыуарлыҡты үҫтереү перспективаларын һәм йом­ғаҡлау сараларын яҡтыртыу; бәләкәй эшҡыуарлыҡ мәсьәләләре буйынса парламент тыңлауҙарына әҙерлек барышында төп проблемаларҙы тикшереү; республиканың эш­ҡыуарлыҡ берләшмәләренең һәм берекмәләренең эшмәкәрлеген яҡтыртыу; алдынғы һәм социаль яуап­лы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ предприятиеларының эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре тураһында мәғлүмәт биреү.
Эшлекле программанан тыш, ул, ғәҙәттә, байрам өлөшөн дә күҙ уңында тота.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға