«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Рәсәйҙәр –битараф халыҡ



19.04.2011 Рәсәйҙәр –битараф халыҡ

Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәгенең (ВЦИОМ) 12 – 13 мартта халыҡ араһында үткәргән һорауҙарына яуаптар шуны күрһәтә.
Рәсәйҙәрҙең күпселеге (61 процент) сәйәсәткә бөтөнләй битараф. Со­цио­логтар мәғлүмәттәре буйынса, һуңғы йылдарҙа уҙғарылған төрлө кимәлдәге һайлауҙарҙа ил халҡының 27 проценты ҡатнашҡан. Рәсәйҙәрҙең ижтимағи-сәйәси тормошта ҡатнашмауының сәбәбе, үҙҙәре аңлатыуынса, унда бер ниндәй ҙә ҡыҙыҡ тапмайҙар (38 процент). Халыҡтың дүрттән бер өлөшө – бер нәмә лә уларҙың эшмәкәрлегенә бәйле түгел, ә 19 проценты, сәйәсәт менән профессионалдар шөғөлләнергә тейеш, тип иҫәпләй. Халыҡтың шул тиклем үк проценты ундай ваҡиғаларҙа ҡатнашырға ваҡыттары булмауға һылтана. Биш проценты Рәсәйҙә үҙе артынан эйәртерлек лидер юҡ тип һанай. Дүрт проценты бөтә проблемаларҙы ла хәл итеүҙе президент ҡарамағына ҡалдырыуҙы хуп күрә.
Сәйәсәткә килгәндә, рәсәйҙәрҙең яртыһынан күберәге (58 процент) уны «бысраҡ эш» тип һанай, ә сәйәсмәндәр араһында «юғары әхлаҡлы кешеләр юҡ һәм булыуы ла мөмкин түгел» тигән фекерҙә; 30 проценты был фекер менән килешеп етмәй.

Р. БАЙЫШЕВА.






Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға