«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » ЮХХДИ-ны үҙгәрештәр көтә



19.04.2011 ЮХХДИ-ны үҙгәрештәр көтә

Киләһе йылға юл-патруль хеҙмәтенең һәр машинаһы һәм һәр автоинспектор видеотеркәүсе ҡорамал менән тәьмин ителәсәк. Башҡор­тостан буйынса ЮХХДИ етәксеһе Динар Ғилметдинов фекеренсә, был ришүәтселек, үҙ-ара тупаҫлыҡ кеүек күренештәргә аяҡ саласаҡ.
Быйыл уҡ светофорҙар, ҡала ма­гис­тралдәрендә күпләп камералар ҡуйыласаҡ. Автоматлаш­тырылған системаға берләштерелгән камералар юл­дарҙағы хәл-торошто күҙәтәсәк. Яҙма­лар һәләкәттәрҙә ғәйеплене асыҡлау өсөн дә дәлил буласаҡ. Техник йыһазлау өсөн ЮХХДИ-ға федераль бюджеттан – 24 миллион, республиканыҡынан – 500 миллион, ә Өфө бюджетынан 15 миллион һум аҡса бүленәсәк. Әлегә юлдарҙа йөҙгә яҡын камера бар, Өфөлә иһә – 59. Бынан тыш, егермеләгән муляж ҡуйылған.

А. ЗИННУРОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға