«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Тәғәйенләүҙәр



12.04.2011 Тәғәйенләүҙәр

ТәғәйенләүҙәрБашҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ошоға тиклем республика Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары вазифаһын биләгән Азамат Илембәтовты БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.
Башҡортостан Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары вазифаһына Виктор Пчелинцев тәғәйенләнгән. Ул территориялар һәм кадрҙар мәсьәләһе өсөн яуаплы буласаҡ.
* * *
ТәғәйенләүҙәрАрхангел районы муниципаль район советының 2011 йылдың 8 апрелендәге ҡарарына ярашлы, Архангел районы муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһына контракт буйынса Ғимран Ғәбитов тәғәйенләнде.
Ғимран Ғәбитов 2009 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы «Башнефтехимсервис» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең башҡарма директоры, генераль директоры, 2009 – 2010 йылдарҙа – Нефтекама ҡалаһындағы «Белкамнефть» асыҡ акционерҙар йәмғиәте идара аппараты начальнигы урынбаҫары, 2010 йылда – Ижевск ҡалаһындағы «Белкамнефть» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең проект эштәре идаралығы начальнигы урынбаҫары, 2011 йылдың мартынан әлегә тиклем Архангел районы муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыу­сы булып эшләй.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға