«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » 60 йылға хөкөм ителделәр



12.04.2011 60 йылға хөкөм ителделәр

Башҡортостандың Юғары судында этник наркотөркөм ағзаларына ҡарата хөкөм ҡарары сығарылды.
Республиканың баш ҡалаһында көслө «ау» ҡорған енәйәтселәрҙең бөтәһенә бергә яза – 60 йыл. Күп йылдар ҙур күләмдә героин һатыу менән шөғөлләнгән сиғандар төркөмөндә 12 кеше булған, уны 58 йәшлек Наталья Янкович етәкләгән. Улар «эш»те бик һәйбәт ойошторған, наркотиктар һатыуға хатта балаларҙы ла йәлеп иткәндәр. Таборҙы эҙәрлекләп, күпләп ҡулға алыуҙар 2009 йылда уҡ башланһа ла, суд бер йылға һуҙыла. Хөкөм ҡарары ла ике көндә сығарыла. Юғары суд төркөмдө ойоштороусыны 13 йылға рәшәткә артына оҙата, ә башҡа ағзалар, башҡарған эштәренә ҡарап, бер йылдан 8,5 йылғаса иркенән мәхрүм ителә. «Янкович эше» тигән исем дә бирелә енәйәтте тикшереү процесына һәм ул иң резонанслы һанала.
Әйткәндәй, БР Юғары судында ике йылға яҡын наркотиктар һатыу менән шөғөлләнгән халыҡ-ара (улар Башҡортостанда, Һамар һәм Силәбе өлкәләрендә эшләгән) енәйәти берлеккә ҡарата ҡуҙғатылған енәйәт эшен тикшереү бара. Ул төркөмдә хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәре лә булғанлығы асыҡланған.
Константин МАКСИМОВ.
Наркотиктар әйләнешен контролләү буйынса федераль хеҙмәттең БР буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға