«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » «Роснано» делегацияһы – Өфөлә



12.04.2011 «Роснано» делегацияһы – Өфөлә

Уларҙың беҙгә сәфәре барышында Өфө дәүләт авиация техник университеты базаһында Башҡор­тостан предприятиелары һәм ойошмаларының наноиндустрия өлкәһендәге проекттары күргәҙмәһен ойоштороу ниәтләнелә.
ҡунаҡтар шулай уҡ Өфө, Салауат ҡалалары предприятиеларына ла барасаҡ. Ә нанотехнологияларҙы һәм наноиндустрияны үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә төп ваҡиға булып торасаҡ. Беҙҙең республика менән «Роснано» асыҡ акционерҙар йәмғиәте араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы протоколға ҡул ҡуйыласаҡ.
Р. БАЙЫШЕВА.






Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға