«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » «Егерменсе быуат лидеры» кем булыр?



12.04.2011 «Егерменсе быуат лидеры» кем булыр?

БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы Мәғариф министрлығы һәм республика йәштәр хәрәкәте менән берлектә 20 апрелгәсә «Егерменсе быуат лидеры» тигән конкурста ҡатнашыуға балалар һәм йәштәр йәмәғәт ойошмаларынан ғаризалар ҡабул итә башланы.
Эксперттар баһаһы өсөн «Мин һәм минең йәмәғәт ойошмам» темаһына ирекле резюме, конкурсант үҙе ҡатнашҡан авторлыҡ социаль проекты (ул бер йылдан артығыраҡ бойомға ашырыла башлаған булырға тейеш) ебәрелә. Иң яҡшы лидерҙар, йәш төркөмдәренә ҡарап, 12 йәштән 35 йәшкәсә әүҙем йәмәғәтселәр араһынан һайлап алына.
А. ИШЕМҒОЛОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға