«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Башҡортостан менән Татарстан үҙ-ара хеҙмәттәшлекте үҫтерә



12.04.2011 Башҡортостан менән Татарстан үҙ-ара хеҙмәттәшлекте үҫтерә

Татарстандың сәнәғәт һәм сауҙа министры Рауил Зарипов эш сәфәре менән Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә булды.
Татарстан менән Башҡортостан араһындағы 2010 йылдың 22 декабрендә ҡул ҡуйылған килешеүҙе тормошҡа ашырыу сиктәрендә ике яҡлы хеҙмәттәшлекте артабан үҫтереү был сәфәрҙең төп маҡсаты булып торҙо.
Татарстан Республикаһы делегацияһы былтыр декабр­ҙә Өфөгә килгәнендә Татарстан Республикаһы менән Башҡортостан Республикаһы араһында сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, социаль һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә, шулай уҡ 2011 – 2012 йылдарға ике республика араһында хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса саралар планына ҡул ҡуйылғайны.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға