«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Төркиәнекен алаһы түгел



12.04.2011 Төркиәнекен алаһы түгел

Өфө трикотаж фабрикаһы ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр өсөн мосолман кейемдәре етештерә башланы.
Ошоғаса «Ағиҙел» Башҡортостан художество промыслалары дәүләт унитар предприятиеһы ла был йүнәлештә эшләй ине. Ысынлап та, бөгөн дин ҡанундары буйынса тегелгән кейемдәргә ихтыяж ҙур.
Модельерҙар кейемдең заманса өлгөләрен мосолман стиленә күсереп, асыҡ, сағыу төҫтәрҙән бик күркәм кейемдәр теккән. Уларҙа сигеү үрнәктәре лә ҡулланылыуы хиджабты тағы ла матурлай.
Башҡортостанда йәшәүселәр Өфө трикотаж фабрикаһы теккән кейемдәрҙе үҙҙәренә лә, бүләккә лә бик теләп һатып ала.
Т. АМАНОВ.






Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға