«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Төбәк башлығының көньяҡ райондарға сәфәре



09.04.2011 Төбәк башлығының көньяҡ райондарға сәфәре

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, эш сәфәре менән Стәрлетамаҡ һәм Стәрлебаш райондарында булып, бер нисә ауыл хужалығы предприятиеһы һәм социаль объекты, атап әйткәндә, «Рощинский» совхозының әҙер продукцияһы һәм ит эшкәртеү цехы эшмәкәрлеге менән танышты. Ул шулай уҡ мал һуйыу, тултырма цехтарын, фасовкалау бүлеген, теплица хужалығын һәм 1280 баш малға иҫәпләнгән һөтсөлөк комплексы төҙөлөшө урынын ҡараны.
Башҡортостан етәксеһе, Стәрлетамаҡ районының халыҡты социаль хеҙмәтләндереү комплекслы үҙәге менән танышып, балаларға ярҙам итәсәге тураһында белдерҙе. Үҙәктә аутизм, балалар церебраль фалижы, аҡылға зәғифлек диагноздары ҡуйылған балалар тәрбиәләнә. Йыл һайын бында Стәрлетамаҡ, Ауырғазы, Стәрлебаш райондарынан, шулай уҡ Салауат һәм Күмертауҙан 350-нән ашыу бала дауаланыу курсы үтә. Үҙәк асылғаны бирле 2000-дән ашыу пациент хеҙмәтләндерелгән.
Президент, Стәрлетамаҡ районының Калинин исемендәге агросәнәғәт предприятие­һын ҡарап сыҡҡас, хужалыҡтың күрһәткестәре яҡшы булыуын һәм уға артабан үҫешергә кәрәклеген билдәләне. Стәрлебаш үҙәк район дауаханаһының хәл-торошо, Стәрлебаш ауылындағы «Стәрле» спорт-һауыҡтырыу үҙәгенең эше менән дә танышты.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға