«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Республиканың Эске эштәр министрлығы – яҡшы иҫәптә



05.04.2011 Республиканың Эске эштәр министрлығы – яҡшы иҫәптә

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Республикаһы буйынса эске эштәр министры, полиция генерал-лейтенанты Игорь Алешин менән осрашты һәм уны төбәк министрҙары араһында тәүгеләр­ҙән булып ҡайтанан аттестация үтеүе һәм БР буйынса Эске эштәр министрлығы етәксеһе вазифаһына яңы дәрәжәлә — полиция генерал-лейтенанты булараҡ тәғәйенләнеүе менән ҡотланы, министрлыҡ етәксеһенә, әлеге ваҡытта Эске эштәр министрлығы системаһында барған үҙгәртеп ҡороуҙар берүк ведомство эшмәкәрлеген көсһөҙләндермәһен һәм кешеләр хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙә сағылмаһын, тигән бурыс ҡуйҙы.
Игорь Алешин Рөстәм Хәмитовҡа Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының яңыраҡ үткән киңәйтелгән коллегияһы ултырышы һөҙөмтәләре тураһында хәбәр итте. Уның билдәләүенсә, БР буйынса Эске эштәр министрлығы федераль министрлыҡта әле лә яҡшы иҫәптә һәм үҙ бурыстарын, һис шикһеҙ, теүәл башҡарып сыға аласаҡ.
«Полиция тураһында» Федераль законға ярашлы, ҡайтанан аттестация тәртибендә Игорь Алешинға РФ субъекттарының тәүге ете территориаль эске эштәр органдары етәкселәре иҫәбендә полиция генерал-лейтенанты тигән махсус звание бирелде. Ошо уҡ Указ менән ул Башҡортостан Республикаһы буйынса эске эштәр министры вазифаһына тәғәйенләнде.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға