«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Немецтар машиналар эшләү предприятиелары менән ҡыҙыҡһына



02.04.2011 Немецтар машиналар эшләү предприятиелары менән ҡыҙыҡһына

БР Сәнәғәт һәм иннновация сәйәсәте министрлығында «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акцио­нер­ҙар йәмғиәте, «Ротор» тәжрибә-конструкторлыҡ бюроһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һәм «Стәрлетамаҡ станоктар эшләү заводы» асыҡ акционер­ҙар йәмғиәте вәкилдәренең Dreiling Maschinenbau GmbH (ФРГ) компанияһы етәкселеге менән ошо предприятиелар араһындағы ике яҡҡа ла файҙалы хеҙмәттәшлекте ойоштороуға бәйле һөйләшеүҙәр үтте.
Немец компанияһы «Ротор» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең эшкәртмәһе менән ҡыҙыҡһыныуын белдерҙе.
Бынан тыш, Dreiling Maschinenbau вәкилдәре Стәрлетамаҡ станоктар эшләү заводының техник һәм технологик мөмкинлектәрен дә юғары баһаланы. Улар Стәрлетамаҡ заводына, үҙҙәренең электрон һәм программа тәьминәтендәге компетенцияларын файҙаланып, эшкәртеү үҙәктәре етештереү буйынса берлектәге проектты тормошҡа ашырырға тәҡдим итте.
Һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһендә өлгәшелгән килешеүҙәрҙе нығытыусы протоколдарға ҡул ҡуйылды.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға