«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өфөгә Сергей Шахрай килде



02.04.2011 Өфөгә Сергей Шахрай килде

Рәсәй Иҫәп палатаһы аппараты етәксеһе Сергей Шахрай республикаға килгәнендә Рөстәм Хәмитов менән осрашҡанда, Контроль-иҫәп палатаһының эш һө­ҙөмтәләре – ул йәмғиәттең үҙенсәлекле рентген һүрәте сағылышы, тине.
Әңгәмә барышында «РФ субъекттарының һәм муниципаль берәмектәрҙең контроль-иҫәп органдарын ойоштороуҙың һәм улар эшмәкәрлегенең дөйөм принциптары тураһында» Федераль закон ҡа­бул ителеүгә бәйле ревизорҙарҙың эшмәкәрлегендәге үҙгәрештәр тикшерелде.
Осрашыуҙа бюджет ҡануниәте мәсьә­лә­ләре лә тикшерелде.
Яҡын киләсәктә Контроль-иҫәп палатаһының контроль органдары муниципаль райондарҙа ла булдырыласаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға