«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Ветеран хоккейға барҙы



29.03.2011 Ветеран хоккейға барҙы

Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов Өфөнөң «Салауат Юлаев»ы менән Магнитогорскиҙың «Металлург»ы ярышында булды. ҡыҙыҡлы уйынды уның менән бергә почетлы урында ғәҙәттән тыш ҡунаҡ – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Төхвәтулла Әхмәтйәнов ҡараны.
Матч алдынан Рөстәм Хәмитовтың блогында олатаһының боҙ аренаһына барыу теләге хаҡында уның ейәне Артур яҙа:
– Минең олатайым – Бөйөк Ватан һуғышы инвалиды һәм ветераны. Ул «Салауат Юлаев» клубы ҡатнашлығында хоккей ҡарарға ярата. Ғүмерендә бер тапҡыр булһа ла хоккей матчын барып күрергә хыяллана. Ул «Өфө – Арена» кассаһында билет алыу, ветерандар өсөн ташламаларҙың булыу-булмауы хаҡында һорашырға ҡушты. Үкенескә күрә, «Өфө – Арена» администраторы һуғыш ветерандары өсөн ташламалар ҡаралмауы хаҡында әйтте. 90-сы йылдарҙа ветерандар өсөн дә, пенсионерҙар һәм студенттар өсөн дә ташламалар бар ине.
Иртәгәһенә үк төбәк башлығы Төхвәтулла Әхмәтйәновты уйынға саҡыра.
Президент Төхвәтулла Ниғмәт улына «Салауат Юлаев» көйәрмәне шарфын һәм Александр Радуловтың сәкәнен бүләк итте.

Т. АМАНОВ.






Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға