«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Тағы ла өшөйбөҙ әле...



26.03.2011 Тағы ла өшөйбөҙ әле...

Тағы ла өшөйбөҙ әле...Инде ҡояш нурҙарына күмелеп, рә­хәтләнеп яҙ һулышын тоя башлағайныҡ, ҡыш үҙен тиҙ генә оноторға ярамағанлығын аңлата һалды. Ял көндәрендә Баш­ҡортостан халҡын тағы ла һыуыҡтар көтә. Был хаҡта метеорологтар хәбәр итә.
26 һәм 27 мартта һауа температураһы төндә 15 градусҡа тиклем төшәсәк. Көндөҙ термометр бағанаһы 3 градустан да күтәрелмәйәсәк. Етмәһә, ҡарлы-боҙло ямғыр яуасаҡ.
Һалҡындар киләһе аҙнала ла дауам итәсәк. Көндәр 30 мартта ғына аҙыраҡ йылына башлай, тип вәғәҙә итә синоптиктар.
Л. СОЛТАНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға