«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Район хакимиәттәре башлыҡтары тәғәйенләнде



26.03.2011 Район хакимиәттәре башлыҡтары тәғәйенләнде

Район хакимиәттәре башлыҡтары тәғәйенләндеМәсетле районы муниципаль район хакимиәтенең 22 мартта үткән ултырышында муниципаль район хакимиәте башлығын тәғәйенләү мәсьәләһе ҡаралды.
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса район хакимиәте башлығы вазифаһына контракт буйынса Иван Могильников тәғәйенләнде.
Могильников Иван Петрович 1956 йылдың 19 декабрендә Сверд­ловск өлкәһе Саҙы райо­нының Саҙы ауылында тыуған. Юғары белемле – Силәбе дәүләт педагогия институтын, Свердловск юғары партия мәктәбен тамамлаған.
1999 йылдан әлегә көнгә тиклем Оло Ыҡтамаҡ ауылының 1-се лицейы муниципаль мәғариф бюджет учреждениеһы директоры була.
«Башҡортостан Республикаһының халыҡ мәғарифы отличнигы», Рәсәй Федерация­һының дөйөм белем биреүҙең почетлы хеҙмәткәре билдәләре менән бүләкләнгән.

* * *
Район хакимиәттәре башлыҡтары тәғәйенләндеХәйбулла районы му­ниципаль район хакимиәтенең 22 мартта үткән ултырышында му­ниципаль район хакимиәте башлығын тәғәйенләү мәсьәләһе ҡаралды. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса район хакимиәте башлығы вазифаһына контракт буйынса Рөстәм Хәйруллин тәғәйенләнде.
Хәйруллин Рөстәм Рәүҙәт улы 1973 йылдың 22 майында Ишембайҙа тыуған. Юғары белемле – Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлаған.
2010 йылдан әлеге көнгә тиклем БР Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығында бүлек начальнигы булып эшләгән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға