«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс һөйләм менән



26.03.2011 Өс һөйләм менән

Рөстәм Хәмитов БДБ дәүләттәре хөкүмәт башлыҡтары советы ҡарамағындағы Яугир интернационалистар эштәре буйынса комитет рәйесе Руслан Аушев менән осрашты. Улар Өфөлә 20 апрелдә Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәренең Ветерандар ойошмаларының координацион советын үткәреү тураһында һөйләшеп килеште. Координацион советта эҙһеҙ-хәбәрһеҙ юғалған һалдаттар­ҙы эҙләү, ветерандарҙы социаль яҡлау мәсьәләләре ҡараласаҡ.

Өфөгә эш сәфәре менән өс тапҡыр Олимпия уйындары чемпионы, атҡаҙанған спорт мастеры, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Ирина Роднина килде. Ул «Эшлекле Башҡортостан» йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре һәм Рәсәй сәйәсәте мәктәбе тыңлаусылары менән осрашты, 158-се гимназияла «түңәрәк өҫтәл»дә ҡатнашты. Бынан тыш, легендар спортсы спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре өсөн фигуралы шыуыу буйынса мастер-класс үткәр­ҙе.

Башҡортостанда 2011 йылда тышҡы яҡтыртыу системаларын модернизациялауға 190 миллион һумдан ашыу аҡса бүленәсәк. 95,2 млн һумы – республика бюджеты иҫәбенән, урындағы бюджеттарҙан да шул сама аҡса һалынасаҡ. Тейешле маҡсатлы программаны республика хөкүмәте раҫлаған.

БДМУ-ның неврология клиникаһы директоры Ләйлә Әхмәҙиева фән өлкәһендә ирешкән уңыштары өсөн «Баш ҡала ҡаҙанышы» йәмәғәт премияһына лайыҡ булды. Профессор әле ҙур проект өҫтөндә эшләй. Ул баш ауырыуҙары менән яфаланыусы Өфө халҡы өсөн дауалау мәктәбе ойошторасаҡ.

5 – 7 апрелдә Өфөлә «Туризм. Спорт. Ял. Рәсәй шифаханалары» күргәҙмәһе үтәсәк. Сарала Рәсәй туроператорҙарының да ҡатнашыуы көтөлә. Экспофорум барышында БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты, Рәсәй туроператорҙары ассоциацияһы һәм Башҡортостандың Туриндустрия союзы араһында өс яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйыу күҙаллана.

Яңауыл районында Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Гәрәевтың тыуыуына 55 йыл тулыуға арналған хәтер кисәһе үтте. Йырсыға арнап, әҙәби-музыкаль композиция, яҡындары, туғандары менән осрашыу һәм райондың балалар сәнғәт мәктәбендә Радик Гәрәев исемендәге вокалистар конкурсы ойошторолдо. 25 ҡатнашыу­сы араһынан Айҙар Әхиәров гран-приға лайыҡ булды.

Р. КҮСЕМХАНОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға