«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Вертолет һәләкәткә тарыған



22.03.2011 Вертолет һәләкәткә тарыған

Вертолет һәләкәткә тарығанӨфөнөң Муса Гәрәев исемендәге аэродромынан алыҫ түгел урында Ка – 26 вертолеты һәләкәткә тарыған.
Уның эсендә ике кеше була. Береһе, йәрәхәтләнеп, дауаханаға оҙатылған. ҡолап төшкән вертолет ҡыҫҡа ваҡыт эсендә янып бөтә. Һәләкәт урынына ҡотҡарыу­сылар килгәндә, машинанан тимер ҡалдыҡтар ғына ҡалған була. Вертолеттың Авиация һәүәҫкәрҙәре федерацияһына ҡарағанлығы билдәле.
Әле Өфө транспорт прокуратураһы белгестәре һәләкәт сәбәптәрен асыҡлау менән мәшғүл.

Р. НУРИСЛАМОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға