«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Тәғәйенләүҙәр



19.03.2011 Тәғәйенләүҙәр

Архангел районы хакимиәтендә лә үҙгәрештәр булды. Муниципаль район советы ултырышында хакимиәт башлығы Хәйҙәр Мәүлекәсовтың, ваҡытынан алда үҙ теләге менән отставкаға китеүе сәбәпле, вәкәләттәрен туҡтатыу һәм Архангел районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы тәғәйенләү тураһындағы мәсьәлә ҡаралды.
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса хакимиәт башлығы тәғәйенләнгәнгә тиклем депутаттар был вазифаны Ғәбитов Ғимран Хәмит улына йөкмәтте.

Салауат ҡалаһы ҡала округы ултырышында ла ҡала мэры вәкәләттәрен туҡтатыу мәсьәләһе ҡаралды. Совет ҡарары менән Р. Бохармәтов үҙ теләге менән вазифаһынан бушатылды.
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса яңы етәксе һайланғанға тиклем ваҡытлыса ҡала округы башлығы вазифаһы Ғилманов Фәрит Фәррәх улына йөкмәтелде.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға