«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Йылайыр районында – яңы башлыҡ



19.03.2011 Йылайыр районында – яңы башлыҡ

Йылайыр районы му­ни­ципаль район советының 15 мартта үткән ултырышында муниципаль район хакимиәте башлығын тәғәйенләү тураһындағы мәсьә­­лә ҡаралды.
Конкурс һөҙөмтәләре бу­йынса Йылайыр районы му­ниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһына контракт буйынса Фәтҡуллин Илгиз Лирман улы тәғәйенләнде.
Фәтҡуллин Илгиз Лирман улы 1976 йылдың 24 майында Учалы районының ҡәйепҡол ауылында тыуған. Юғары белемле – Башҡортостан дәүләт аграр уни­верситетын, Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Дипломатик академияһын тамамлаған. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты.
2006 йылдан әлегә тиклем – Баш­ҡортостан Республикаһы Президенты Хаки­миәтенең территориялар һәм кадр­ҙар менән эшләү буйынса идаралығы контроль бүлегенең баш белгесе, территориялар менән эшләү бүлеге советнигы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға