«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Төҙөлөш отрядтары, теҙелегеҙ!



19.03.2011 Төҙөлөш отрядтары, теҙелегеҙ!

Башҡортостанда Советтар Союзы заманында киң таралыу алған йәштәр төҙөлөш отрядтары яңынан тергеҙеләсәк. Был эш менән «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе шөғөлләнергә теләк белдергән.
Партияның Башҡортостан төбәк бүлексәһе етәксеһе Рөстәм Ишмөхәмәтов белдереүенсә, беренсе төҙөлөш отряды ошо йәйҙә үк эшләй башлаясаҡ. Студенттарға М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ҡарамағындағы бассейнды төҙөргә ҡушыла. Әле отрядҡа 30 кеше яҙылған да инде. Республика вуздары менән һөйләшеүҙәр алып барыла, йәйгә тиклем төҙөлөштә ҡатнашырға теләүселәрҙең артыуы ихтимал. Әйт­кәндәй, йәштәр айына 12 – 15 мең һум эш хаҡына иҫәп тота ала. Фирҡә етәкселеге шулай уҡ ауыл хужалығында, поездарҙа вагон ҡараусы сифатында эшкә урынлашыуға булышлыҡ итергә ниәтләй.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға