«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Донъя яңылыҡтары



15.03.2011 Донъя яңылыҡтары

Һайлау тамам

Рәсәйҙең 83 субъектының 74-ендә төрлө кимәлдәге һайлауҙар үтте.
Һайлауҙарҙы күҙәтеүселәрҙең фекеренсә, ҡайһы бер ҡытыршылыҡтар теркәлһә лә, һайлау кампанияһы лайыҡлы һәм ғәҙел уҙған.
Билдәле булыуынса, быйыл декабрҙә РФ Дәүләт Думаһына һайлауҙар буласаҡ. Шуға ла әлеге кампанияны, федераль кимәлдә ойошторолған сара алдынан бер баҫҡысты үтеү тип тә атайҙар. Үҙәк һайлау комиссияһы биргән мәғлүмәттәр буйынса, һайлауға халыҡ ил буйынса бик әүҙем килгән. Сара буйынса аныҡ һандар әлегә билдәле түгел.

Үәт, исмаһам, туй!
Бөйөк Британияла буласаҡ туй – принц Уильямс менән Кэтрин Миддлтондың никахы донъя кимәлендә күҙәтелгән иң ҡыҙыҡлы сара булып ҡала бирә.
Улар апрель аҙағында никахлашырға иҫәп тота.
Тик шуныһы – йәш пар үҙҙәренең туйын ҡарарға теләгән кешеләрҙе ҡайҙа һыйҙырып, нисек һыйларға белмәй. ҡунаҡтар донъяның төрлө мөйөштәренән киләсәк, журналис­тарҙы ғына ла һанап бөтөрөрлөк түгел. Туй ҡунаҡтарын йәшәтер өсөн Лондондың ҙур ғына бер паркында палаткалар ҡаласығы ҡорасаҡтар. Әлбиттә, унда ҡунаҡ булыу бушлай түгел.

Һауа кем ҡулында?

Муаммар Каддафи авиация ярҙамында кешеләр йәшәгән урындарға зыян килтермәһен өсөн барлыҡ ғәрәп илдәре лә берләште.
Улар Ливия өҫтөндәге һауа юлын ябыу тураһында ҡарар ҡабул итте. Ләкин был ҡарар менән Каддафи бер ҙә риза түгел. Уның әйтеүенсә, һауа киңлектәрен ҡаплау законһыҙ һәм ғәрәп илдәренең бөтәһенә лә ҙур матди зыян килтерәсәк. Каддафи фекеренсә, самолеттарҙы сикләү ҡарары Ливияның эске эштәренә ҡыҫылыуға тиң.
Тик Ливияны 40 йыл етәкләгән лидерҙың ҡыланыштарына вайым­һыҙ ҡарау мөмкин түгел. Ул ябай халыҡҡа ҡаршы ҡорал ҡулланыуҙа ла ғәйепләнә.

Юлбаҫарҙар ҡулға алынды
Һиндостандың хәрби моряктары Ғәрәп диңгеҙендә пират судноһын ҡулға алған.
Унда 61 юлбаҫар булған. Һуңғы ваҡытта Һиндостан хәрбиҙәре юлбаҫарҙарға ҡаршы кампанияны бик әүҙемләштерҙе.
Әлбиттә, диңгеҙ енәйәтселәренә ҡаршы саралар хәрбиҙәр араһында ҡорбандарға ла килтерә. Ни тиһәң дә, енәйәтсел юлға баҫыусылар үҙҙәрен эҙәрлекләүселәргә ҡаршы ҡеүәтле ҡаршылыҡ күрһәтә һәм бер кемде лә йәлләп тормай.

Л. СИРАЕВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға