«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс һөйләм менән



15.03.2011 Өс һөйләм менән

Башҡортостан «ҡайҙа үлем менән һатыу итәләр, хәбәр ит!» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушыла. Наркопритондарҙың ҡайҙа урынлашыуы, наркотиктар әҙерләү, һаҡлау һәм улар менән сауҙа итеү факттарын 8-800-347-20-30 телефоны буйынса хәбәр итергә мөмкин. «Ышаныс телефоны» 18 мартҡа тиклем тәүлек әйләнәһенә эшләй.

Суд приставтары идаралығы штаты профессиональ психолог менән тулыланды. Уның бурысы ведомство хеҙмәткәрҙәренә психодиагностика үткәреүҙән ғибәрәт. Приставтарға, ғәҙәттә, ниндәйҙер проблема, конфликтҡа бәйле мәсьәләләр менән мөрәжәғәт итеүҙәрен иҫәпкә алғанда, психолог штаты индерелеүе – эш талабы.

Былтыр 80 582 донор ҡан тапшырған, был, 2009 йыл менән сағыштырғанда, 10 348 донорға әҙерәк. Күреүегеҙсә, һуңғы йылдар­ҙа Башҡортостанда ла, тотош Рәсәйҙәге кеүек, донорҙар­ҙың кәмеүе күҙәтелә. Ә ҡан продуктына ихтыяж кәмемәй, киреһенсә, арта икән.

Башҡортостанда 15 мең кеше www.jabapoint.ru сайтында махсус теркәлеү үтеп, махсус волонтер статусына эйә булды. Был порталда теләге булған һәр кем үҙ аллы теркәлә ала, һуңынан уға шәхси номер һәм кенәгә бирелә. Был документ иһә волонтер­ға ҡыҙыҡлы һәм ирекле проекттарҙа ҡатнашыу мөмкинлектәрен аса.

Февралдә Башҡортостанда бөтә тауар һәм хеҙмәттәргә хаҡтар уртаса 1 процентҡа күтәрелгән. Айырыуса аҙыҡ-түлек ҡиммәтләнгән – ғинуар айы менән сағыштыр­ғанда, 1,7 процентҡа артҡан. Аҙыҡ-түлеккә ҡарамаған тауарҙар февралдә – 0,2, хеҙмәттәр 1 процентҡа ҡиммәтләнгән.

Белгестәр, яҙғыһын 121 мең гектарҙа ужым культураларын ҡабаттан сәсергә тура киләсәк, тип күҙаллай. Элекке йылдарҙағы тәжрибәләрҙе иҫәпкә алғанда, беҙҙең климат шарттары өсөн был ҙур юғалтыу түгел. Шул уҡ ваҡытта ужымды ҡабат сәсергә тура килгәндә 14 мең тонна орлоҡ дефициты күҙәтелә.

Өфөлә икенсел күсемһеҙ милек баҙарында бер квадрат метр­ҙың уртаса хаҡы 46,28 мең һум тәшкил итә. Һуңғы аҙнала ул 0,1 процент­ҡа кәмегән. Бер, өс һәм күп бүлмәле фатирҙар сегментында ла хаҡтар шул самаға төшкән, ә ике бүлмәлеләргә хаҡ үҙгәрешһеҙ ҡалған.

17 мартта баш ҡалала Төбәк авиация форумы үтәсәк. Унда өс йөҙҙән ашыу белгестең, авиатехника етештереүселәренең ҡатнашыуы көтөлә. Рәсәй һәм сит ил эксперттары беренсе тапҡыр ойошторолған сарала аэропорттарҙа эшлекле авиация менән хеҙмәтләндереү тәжрибәһен тикшерәсәк, компанияларҙың презентацияһы ойоштороласаҡ.

Кисә Октябрьскийҙа джаз мультиинструменталисы, композитор Давид Голощекин сығыш яһаны. Джаз донъяһында билдәле шәхес юғары башҡарыу оҫталығы, импровизаторлығы менән ҡала халҡын таң ҡалдырҙы. Музыка училищеһының концерт залына йыйылған тамашасыларға «тере легенда» менән аралашыу мөмкинлеге лә бирелде.

Р. КҮСЕМХАНОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға