«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Уңайлы дауахана һәм хәүефһеҙ мәктәп кәрәк!



12.03.2011 Уңайлы дауахана һәм хәүефһеҙ мәктәп кәрәк!

БР Президенты Рөстәм Хәмитов республиканың төньяҡ-көнсығыш төбәгенә эш сәфәрендә ҡыйғы районы проблемалары менән танышты.
ҡолмәт ауылы мәктәбе 1927 йылда төҙөлгән бинала урынлашҡан. Бында 1 – 9 класс балалары уҡый. Спорт залы юҡ, бүлмәләр һыуыҡ, матди база ла ярлы. Урындағы халыҡ фекеренсә, иҫке бинаны емереп, урынына яңы мәктәп төҙөргә кәрәк.
Республика башлығы шулай уҡ ҡыйғы үҙәк район дауаханаһында булды. Бында ла проблемалар юҡ түгел – яңы хирургия комплексы төҙөлөшө 2009 йылда туҡтатылғ­ан, сөнки документтар буйынса был бина ҡаралмаған. Медицина персоналы әйтеүенсә, «Росстройнадзор» төҙөлөш сифатына дәғүәләр белдерелеү арҡаһында был объектты рәсмиләштерергә рөхсәт бирмәй. Хирургия комплексында лифттар­ҙы ебәреү мөмкинлеге юҡ, 2009 йылдан, электр селтәренә тоташтырылмағанлыҡтан, рентгенология бүлеге лә эшләмәй.
Балаҡатай районында ла үрҙәге кеүек проблемалар бар. Бында үҙәк район дауаханаһын реконструкциялауға бер нисә йөҙ миллион һум аҡса талап ителә. Төп проблема – инфекция бүлеге. 2009 йылда ғына косметик ремонт үткәрелеүгә ҡарамаҫтан, бинаның торошо насар һәм стандарттарға яуап бирмәй. Бынан тыш, поликлиниканы реконструкциялау ҙа талап ителә. Ошо уҡ районда Рөстәм Хәмитовҡа коррекция мәктәп-интернатының ашханаһына ҡағылышлы проблема тураһында ла әйттеләр. Авария хәлендәге ашхананы файҙаланыу 2009 йылда суд ҡарары менән тыйылған. Әйткәндәй, ярты быуат элек төҙөлгән уҡыу кластары ла иҫке, унда дәрес үткәреү хәүефле. Әле мәктәпте реконструкциялау проекты әҙерләнгән. Был төҙөлөш 110 миллион һумға төшәсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға