«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Китәләр...



23.10.2019 Китәләр...

Башҡортостан эшҡыуарҙарының хоҡуҡтарын яҡлау буйынса тулы хоҡуҡлы вәкил Рафаил Вәғит улы Ғибаҙуллин ваҡытынан алда посынан китә.


Был вазифаны ул 2012 йылдан алып биләне.

Беҙҙең төбәктә, эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил, Рәсәй эшҡыуарҙары хокуҡтарын яҡлау буйынса уполномоченный һәм эшҡыуарҙар ҡоро ризалығы менән, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай тарафынан биш йыллыҡ мөҙҙәткә һайлана. Республика законына ярашлы, ваҡытынан алда вазифанан киткән осраҡта, бизнес-омбудсменға яңы кандидатты бер ай эсендә тәғәйенләргә тейештәр. Кандидаттың исеме лә билдәле - Флүр Әсәҙуллин.

Флүр Минзаһит улы Әсәҙуллин 1969 йылдың 29 авгусында Дәүләкәндә тыуған. Башҡорт дәүләт педагогия институтында «тарих һәм ижтимағи дисциплиналар» белгеслеге буйынса белем алған. Шулай уҡ «дәүләт һәм муниципаль идара» йүнәлеше буйынса Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Рәсәй дәүләт хеҙмәте академияһын тамамлаған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1986 йылда Дәүләкән районы Ленин һигеҙ йыллыҡ мәктәбенең тарих уҡытыусыһы булып башлай. Совет Армияһы сафтарында хеҙмәт итә. «Пилигрим» халыҡ-ара хеҙмәттәшлек үҙәге, «Студенттар мәшғүллек үҙәге» менән етәкселек итә. «Наркотиктарһыҙ ҡала» йәмәғәт ойошмаһы идараһы рәйесе була.

Өсөнсө саҡырылыш БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты булды, Башҡортостан Республикаһы иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары вазифаһында эшләне. Бер йылдан һуң халыҡ-ара инвестиция компанияһына эшкә күсеү сәбәпле, посын ҡалдырҙы.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға