«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс һөйләм менән



12.03.2011 Өс һөйләм менән

24 – 26 мартта Туймазыла III «Дуҫлыҡ хороводы» асыҡ республика балалар халыҡ хореография фестивале үтәсәк. Сара халыҡ хореографияһын пропагандалау һәм үҫтереү маҡсатында ойошторола. Конкурс ике йәш категорияһы буйынса: 9 йәштән 12 йәшкә тиклем һәм 12-нән 16 йәшкә тиклемгеләр араһында үткәрелә.

Республикала Милли медицина палатаһы ойошторолдо. Яңы ойошманың президенты итеп Дамира Сабирйәнова тәғәйенләнде. Пала­таның төп маҡсаты – халыҡтың сәләмәтлеген һаҡлау системаһын камиллаштырыу, медицина хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын күтәреү, табип менән ауырыу араһында ышаныслы мөнәсәбәт булдырыу.

Сергей Лаврентьев Башҡортос­тан Республикаһы Прези­денты ҡарамағындағы Башҡортос­тан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры итеп тәғәйенләнде. Сергей Лаврентьев 1952 йылдың 19 апрелендә Өфөлә тыуған, Башҡорт дәүләт университетын, Мәскәү дәүләт университеты аспирантураһын та­мам­лаған, тарих фәндәре кандидаты. Һуңғы йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Баш­ҡор­тостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының ғилми эш буйынса беренсе проректоры булып эшләне.

Баш ҡалала балалар баҡсаһына 17 мең самаһы бала сиратта тора. Йыл аҙағына тиклем ете балалар баҡсаһы төҙөләсәк, маҡсатҡа ярашлы файҙаланылмаған биш бина кире ҡайтарыласаҡ. Өфө ҡала хакимиәтенең мәғариф идаралығы мәғлүмәте буйынса, 500-ҙән ашыу бала ҡыҫҡа ваҡытҡа иҫәпләнгән 47 төркөмгә йөрөһә, 101 бала 33 ғаилә баҡсаһына урынлаштырылған, 1024 ғаиләгә өс мең һум күләмендә компенсация түләнә.

5 апрелдән 5 майға тиклем автомобиль юлдарын һаҡлау маҡсатында дөйөм ҡулланыуҙағы юлдарҙа яҙғы юл өҙөклөгө осоронда йыл һайын ауыр транспорт хәрәкәтенә сикләүҙәр индерелә. Ҙур габаритлы транспорт хәрәкәтен сикләү Хөкүмәттең 194-р һанлы бойороғона ярашлы тормошҡа ашырыла. Аҙыҡ-түлек, пассажирҙар, орлоҡ, ашлама һәм почта ташыусы транспорт хәрәкәтенә сикләү ҡағылмай.

«Өфө» халыҡ-ара аэропорты» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры итеп Рәмил Тимерғәзин тәғәйенләнде. Ул авиацияла 1988 йылдан алып эшләй. Шуның 20 йылы Өфө аэропорты менән бәйле.

РФ Үҙәк һайлау комиссияһы һайлаусылар һәм һайлау процесында ҡатнашыусылар менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итеү маҡсатында күп каналлы режимда телефон линияһы ойошторҙо. Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһының ҡабул итеү бүлмәһенең бер нисә каналлы телефоны: 8 (495) 606-79-57. Элемтә 16 мартҡа тиклем эшләй.

Р. КҮСЕМХАНОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға