«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Донъя яңылыҡтары



08.03.2011 Донъя яңылыҡтары

Аҡса ҡайҙа?

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Премьер-министры Владимир Путин ҡатнашлығында үткән хәйриә концерты тирәһендә тыуған ығы-зығы дауам итә.
Был концерт былтыр декабрь айында уҡ үткәйне. Уны ойоштороу­сылар, концерттан килгән аҡса ауырыу балаларҙы дауалауға китәсәк, тип белдерҙе һәм билеттарҙы «ат хаҡы»на һатты. Сараға саҡырылған ҡунаҡтар араһында Голливуд «йондоҙҙары», билдәле эшҡыуарҙар, исемдәре донъяға билдәле шәхестәр булды.
Әле концертта йыйылған миллионлаған һум аҡсаның осона сыға алмайҙар.

Рәсәйҙе Афғанстан ағыулай

Рәсәй халҡы Афғанстандан сығарылған наркотиктарҙың төп ҡулланыусыһы булып тора.
Был хаҡта Америка ҡушма Штаттарының Дәүләт департаменты хәбәр иткән. Ә инде нарко­тиктар­ҙы Азиянан Европаға сығарыу өсөн Грузия транзит ил булып тора.
Дәүләт департаментының доклады буйынса, наркотиктар таралыуы һәм коррупция – Рәсәй өсөн мөһим проблема. Уларҙың мәғлүмәттәре буйынса, беҙҙең ил халҡы йылына 70 тонна наркотик ҡуллана. Ә инде наркомандарҙың һаны 1,6 миллион кешегә еткән. Был – дөйөм халыҡтың 1,3 проценты.

Алтын түгел, бриллиант хаҡы
Ливиялағы проблемалар арҡа­һында донъя баҙарында нефткә хаҡ артты.
Билдәле булыуынса, был ил «ҡара алтын»ды экспортлау буйынса донъяла лидерҙар рәтендә тора.
Ливия провинцияларында 15 февралдән протест акциялары бара. Урындағы халыҡ Муамар Каддафиҙың властан китеүен талап итә. Каддафи иле менән 40 йыл идара иткән.
Ливиялағы хәлдәрҙе ығы-зығы тип атау ғына аҙ. Унда хәүефһеҙлек хеҙмәте һәм сит илдән килеп яллан­ған һалдаттар тарафынан баш күтәргән алты меңгә яҡын кеше үлтерелгән.

Бәхетлеләргә – фатир
ҡытай үҙенең ҡыҙыҡ ҡына ҡарар­ҙары менән донъя халҡын аптыратыуын дауам итә.
Әле был илдә өс кешенән торған ғаиләләргә фатир бирергә булғандар. Бөтәһе 10 миллион фатир бар. Ә уны алыу өсөн, ғаиләңдә өс кеше генә булыуҙан тыш, тағы ла шарттар ҡуйылған – ғаиләгә килгән килем айына 500 долларҙан да артмаһын, һаулығың насар булһын. Ә инде өсөнсө шарт бөтөнләй аңлашылып бөтмәгәндәр иҫәбенән – һин бәхетле, уңышлы кеше булырға тейеш­һең! Сөнки фатирҙар бөтә кешегә лә етмәй. Бәхетлеләрҙе нисек һайлап алаларҙыр – аңлашылмай.

Л. СИРАЕВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға