«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс һөйләм менән



08.03.2011 Өс һөйләм менән

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һәм «ЮТэйр» авиакомпанияһының генераль директоры Андрей Мартиросов Хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы, «ЮТэйр» авиакомпанияһы самолеттары Өфөнән Белоретҡа, Нефтекамаға һәм Октябрьскийға оса башлаясаҡ. Быйыл Өфөнө Европа ҡалалары менән бәйләйәсәк бер нисә йүнәлеш тә индереләсәк.

15 – 18 мартта Өфөнөң Спорт һарайында «АгроКомплекс – 2011» күргәҙмәһе үтәсәк. Унда Рәсәйҙең 25 төбәгенән, Белорус­сия, Польша, Германия, Канаданан һәм башҡа илдәрҙән 200 самаһы предприятие ҡатнашасаҡ. Аграр форумға Мәскәүҙән беренсе тапҡыр ҡатнашыусы ҙур компанияларҙы көтәләр.

Баш ҡалала алданған «өлөшсө»ләр бер нисә көн дауам иткән асығыуҙарын туҡтатты. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы Хөкү­мәте Премьер-министры урынбаҫары Сергей Афонин хәбәр итте. Ул, беҙ берлектәге эштәр планын әҙерләнек, «өлөшсө»ләр асығыуын туҡтатырға ҡарар итте, тип белдерҙе. Вице-премьер хәбәр итеүенсә, байрамдан һуң улар менән ҡабаттан осрашыу билдәләнгән, унда артабан­ғы эш планы тикшереләсәк.

Бүздәк районында боронғо башҡорт ҡаңлы ырыуының I съезы үтте. Сара Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты һәм Муллаян Халиҡов исемендәге төбәк йәмәғәт фонды тарафынан ойошторолдо. Съезд барышында делегаттар ҡаңлы ырыуының тарихы менән танышты, документаль телевизион фильм ҡараны.

Быйыл республиканың йәнә 150 дауалау-профилактика учреждениеһында «Электрон регистратура» индереләсәк. Әле был хеҙмәт алты тиҫтәгә яҡын учреждениела күрһәтелә. Белгестәр проектты, медицина ярҙамының сифатын күтәрергә, көсөргәнеште кәметергә, табиптарға сиратты көйләргә булышлыҡ итә, тип баһалай.

Өфөлә «Балалыҡты ҡайтарыу» балалар йорттарына ярҙам һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙың социаль яраҡлашыуы округ проектының эшсе төркөмө ултырышы үтте. Сарала «2011 йылғы сығарылыш уҡыусыһы» округ акцияһын тормошҡа ашырыуҙа төрлө министрлыҡтар һәм ведомстволарҙың ғәмәлдәрен яраштырыу тикшерелде. БР буйынса Баш федераль инспектор аппараты акцияны һәр яҡлап яҡлауҙа һәм республика, федераль киң мәғлүмәт сараларында сағылдырыуға контроллек итәсәк.

Былтыр Башҡортостандың һалым органдары физик шәхестәр­ҙең табышына һалым (НДФЛ) буйынса 205 мең декларация ҡабул иткән. Был 2009 йылдағынан 17 процентҡа әҙерәк, кәмеү һалым ҡануниәтендәге үҙгәрештәргә бәйләнгән. Һалымдың был төрө буйынса бөтәһе 29,8 миллиард һум аҡса йыйылған.

9 мартта баш ҡалала «Балаға китап бүләк ит!» хәйриә акцияһы башлана. Бер ай дауам итәсәк сара Республика балалар клиник дауаханаһында һәм балалар туберкулез диспансерында дауаланыусы сабый­ҙарға ярҙам итеү маҡсатында ойошторола. Китаптар Милли китапхананың барлыҡ корпустарында ҡабул ителә, һорауҙар менән 272-40-70 телефоны аша мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Мәғлүмәт йәмғиәтен үҫтереү стратегияһына ярашлы, 2012 йылдың 1 июленә тиклем барлыҡ китапханалар ҙа компьютерлаштырылыр­ға һәм интернет селтәренә тоташтырылырға тейеш. Шунлыҡтан быйыл республикала 880 муниципаль китапхананы компьютер менән тәьмин итеү ҡаралған. Әлеге көндә был мөмкинлеккә китапханаларҙың 25 проценты ғына эйә.
Р. КҮСЕМХАНОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға