«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Беҙҙең гәзит – еңеүсе!



28.08.2010 Беҙҙең гәзит – еңеүсе!

Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йортонда журналис­тар­ҙың «Милләт-ара татыулыҡ – Башҡортостандың сәскә атыу юлы» тигән конкурсында еңеүселәргә наградалар тапшырылды.
«Редакция коллективы – ҡыҙыҡлыраҡ һәм актуалерәк материалдар һәм рубрикалар йыйылмаһы өсөн» номинацияһында «Йәшлек» республика йәштәре гәзите – беренсе, «ҡырмыҫҡалы яңылыҡтары» – икенсе, «Белорецкий рабочий» өсөнсө урынды яуланы.
Милли мәҙәниәтте, телде һәм халыҡтар традицияларын тергеҙеүгә һәм үҫтереүгә булышлыҡ итеүсе, именлекте һәм татыулыҡты нығытыу буйынса материалдарын гәзиттәрҙә һәм журналдарҙа баҫтырып сығарған журналистарҙан «Башҡортос­тан» гәзитенән Рәшит Зәйнуллинға – беренсе, «Башҡортостан панорамаһы» журналынан Галина Сәлиховаға – икенсе, «Ейәнсура таңдары» гәзитенән Әнисә Бикташеваға өсөнсө урын бирелде.
«Радио һәм тележурналистар – БР-ҙа йәшәгән халыҡтар араһында милләт-ара аралашыу һәм рухи-мәҙәни ҡиммәттәр менән уртаҡлашыу мөмкинлектәрен киңәйткән тапшырыу­ҙар өсөн» номинацияһында бөтә лауреаттар ҙа – «Башҡортостан» ДТРК-һынан. «Алыҫ араларҙы яҡынайтып» һәм «Йәдкәр» программалары авторы Рәшиҙә Ишембәтова – беренсе, «Яҙмыштарҙа – ил тарихы» программаһы авторы Венера Ситдиҡова – икенсе, «Мәргән», «Замандаш», «Йәнтөйәгем шәжәрәһе» программалары авторы Ирина Ишемйәрова һәм «Балҡыш» тапшырыуы авторы Рәсимә Ғәйнетдинова өсөнсө урынға сыҡты.
Тәүге ике номинация буйынса грамоталар менән наградланған коллективтар һәм журналистар ҙа байтаҡ.

Р. ЙӘНСУРИНА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға