«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Йәштәргә эш тап та, бәйгелә ҡатнаш



01.03.2011 Йәштәргә эш тап та, бәйгелә ҡатнаш

БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы менән Республика йәштәрҙе эшкә урынлаштырыуға булышлыҡ итеү үҙәге йәштәрҙе эш менән тәьмин итеүгә йүнәлтелгән проекттар һәм программалар конкурсын иғлан итте.
Уның маҡсаты – йәштәрҙе эш менән тәьмин итеү буйынса иң ҡыҙыҡлы һәм тормошҡа ашырырлыҡ проекттарҙы асыҡлау, ыңғай тәжрибәне дөйөмләштереү һәм таратыу. Ойоштороусы­ларҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, ҡатнашыу өсөн конкурс тематикаһы буйынса мөһим тикшереү, нигеҙле һығымталар, уны тормошҡа ашырыу буйынса тәғәйен һөҙөмтәләр, шулай уҡ үҫеш потенциалы бирелгән һәм оҙайлы ваҡытҡа планлаштырылған проект тураһында документтар пакеты әҙерләргә кәрәк.
Ентекле мәғлүмәттәрҙе www.mmpsrb.ru рәсми сайтында «Йәштәр сәйәсәте» бүлегендә алырға мөмкин.

Т. АМАНОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға