«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналды



26.02.2011 Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналды

Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналды23 февралдә Өфөнөң Еңеү паркында Мәңгелек утҡа һәм Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросов (Шакирйән Мөхәмәтйәнов) менән Миңлеғәле Ғөбәйҙуллиндың һәйкәленә сәскәләр һалынды.
Тантаналы сарала БР Президенты Р. Хәмитов, БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай Рәйесе К. Толкачев, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы П. Качкаев һәм төрлө министрлыҡтар, ведомстволар етәкселәре ҡатнашты.
Тантанаға Бөйөк Ватан һуғышы, хеҙмәт һәм ҡораллы Көстәр, локаль һуғыштар ветерандары, ҡала халҡы килгәйне. Муса Гәрәев исемендәге Өфө башланғыс осоу әҙерлеге мәктәп-интернаты кадеттары һәм Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты курсанттары ла саранан ситтә ҡалманы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға