«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Коммунистар референдум үткәрә



22.02.2011 Коммунистар референдум үткәрә

КПРФ-тың республика комитетының пленумы ойошторолоп, унда ауыл хужалығы торошо ҡаралды.
Фирҡә вәкилдәре шулай уҡ ил үҫеше мәсьәләләре буйынса йәмәғәтселек фекерен өйрәнеүгә йүнәлтелгән халыҡ референдумы башланыуы хаҡында иғлан итте. Коммунистар тәбиғи ресурстар проблемалары, иҡтисадтың төп тармаҡтары, ЖКХ тарифтары һ.б. тураһында халыҡ фекерен белешәсәк. Бюджет сығымдарының 10 процентынан да кәм булмаған өлөшөн ауыл хужалығын үҫтереүгә тотоноу мәсьәләһе лә күтәреләсәк.
Референдум республика ауыл-ҡалаларында үтә һәм уны ойоштороуҙа коммунистар партияһының урындағы 69 бүлексәһе ҡатнаша.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға