«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Донъя яңылыҡтары



22.02.2011 Донъя яңылыҡтары

Мәскәү туристарын атып киткәндәр

ҡабарҙы-Балҡар Респуб­ли­каһының ике районында террорға ҡаршы операция режимы индерелгән.
Был үткән йомала трассала ике Мәскәү турисын атып китеүҙәре һәм арҡандан эшләнгән юлды шартлатыуҙары менән бәйле.
Бынан тыш, Терскол ауылында саперҙар автомобилгә ҡуйылған шартлатҡысты зарарһыҙландыра. Террорға ҡаршы режим – ваҡытлыса кешеләрҙең хоҡуҡтарын кәметеү, йәйәү һәм машинала йөрөүҙе сикләү, документтарҙы тикшереү, телефондан һөйләшеүҙәрҙе тыңлау, хатта ниндәйҙер ваҡытҡа йәшәгән урындан күсереп тороу, тигән һүҙ. Был үҙ йәһәтендә турис­тарҙың кәмеүенә лә килтергән.

«Йәсмин революцияһы» ҡытайға яҡынлаша

ҡытайҙың бер нисә ҙур ҡалаһында урамдарға көсәйтелгән полиция наряды сығарылды.
Бының сәбәбе – интернетта «йәсмин революцияһы»на саҡырып яҙыл­ған һүҙҙәр. Саҡырыуҙарҙа шулай уҡ аҙыҡ-түлек, эш хаҡы, торлаҡ, ғәҙеллек талап иткәндәр.
Бер нисә кеше ҡулға алынған. Әммә, дөйөм алғанда, Яҡын Көнсығыштағы демонстрациялар тулҡынына эйәреп эшләнгән саҡырыуҙар киң таралыу тапмаған.

Балалар һәләк булған
Эстонияның Көнбайыш округындағы Хаапсалу ҡалаһында балалар йортонда янғын сығып, 10 бала һәләк булған, ҡалғандары утта бешеп, дауаханаларға оҙатылған.
Ут сыҡҡанда бина эсендә 37 бала һәм 9 оло кеше булған. Кисә Эстонияла матәм көнө иғлан ителде.

Меркель партияһы еңелде

Германия канцлеры Ангела Меркелдең партияһы Гамбургта үткән һайлауҙарҙа бары тик 22 процент ҡына тауыш йыйып, еңеп сыға алманы.
Был Германия парламентының юғары палатаһында өс тауыштан ҡолаҡ ҡағыу тигән һүҙ. Уларҙың оппозицияһы – социал-демократтар 48 процент тауыш йыйҙы.
2013 йылда үтәсәк федераль һайлауҙарҙа еңеп сығыр өсөн Меркелдең Христиан-демократик союзына байтаҡ көс һалырға тура киләсәк.

Әллә Мысыр үрнәк күрһәтте...
Ливияның Триполи ҡалаһында халыҡ ҡаланың үҙәк майҙанына протест акцияларына сыҡҡан.
Демонстранттар ил менән 41 йыл идара иткән Президент Муаммар Каддафиҙың отставкаға китеүен талап итә.
Рәсми булмаған сығанаҡтар бу­йынса, Каддафи Ливиянан Вене­суэлаға ҡасҡан.
Тәртипһеҙлектәр ваҡытында 290 кеше һәләк булған.
Р. ДӘҮЛӘТОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға