«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Баҫыу эштәренә әҙерлек ҡыҙа



22.02.2011 Баҫыу эштәренә әҙерлек ҡыҙа

Башҡортостандың бөтә райондарында ла миҙгелле ауыл хужалығы эштәрен үткәреү буйынса штабтар эш башланы. Уларҙы муниципаль район башлыҡтары, ауыл хужалығы идаралыҡтары начальниктары етәкләй, штабтар составына баш агрономдар, инженерҙар, иҡтисадсылар ҙа ингән.
Әле республика аграрийҙары техниканы әҙерләй, орлоҡтарҙы сәсеү кондицияһына еткерә. Яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек буйынса республика штабы бер айҙан ашыу эшләй. Уны БР Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Эрнст Исаев етәкләй.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға