«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Республика журналистарын Мәскәүҙә лә таныйҙар



19.02.2011 Республика журналистарын Мәскәүҙә лә таныйҙар

Башҡортостан журналистары делегацияһы йыл һайын Мәскәүҙә үткәрелгән матбуғат балында ҡатнашты.
Унда киң мәғлүмәт сараларының «Рәсәйҙең алтын ҡауыр­һыны» наградаһына лайыҡ булған, шулай уҡ Рәсәй Журналистар союзы ойоштор­ған төрлө конкурстарҙа еңеү яулаған иң яҡшы хеҙмәткәрҙәрен бүләкләү тантанаһы үтте.
Башҡортостан журналистары юғары наградаларға эйә булмаһа ла, уларҙың исемдәре бүләкләү тантанаһында бер нисә тапҡыр яңғыраны. Мәҫәлән, БР Экологтар союзы рәйесе Александр Веселовҡа экология тематикаһына төбәк һәм үҙәк киң мәғлүмәт сараларында сыҡҡан мәҡәләләре өсөн Рәсәй Журналистар союзының «Профессиональ оҫталыҡ өсөн» премияһы тапшырылды. Өфө журналисы Мадриль Ғәфүров 2010 йыл йомғаҡтары буйынса «Жур­налист тикшереүе» номинацияһында Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүсе булды. «Уңыш стратегияһы – 2010» конкурсының «Урындағы киң мәғлүмәт сараларына иң һөҙөмтәле ярҙам» номинацияһында Туй­мазы районы хакимиәте башлығы Рәшит Хәйруллин бүләкләнде. «Кызыл таң» гәзитенең үҙ хәбәрсеһе Гөлнара Ғи­лемханова «Леди-жур» конкурсында дипломант булды. «Башҡортостан» гәзитенән Динә Арыҫланова «Ауырлыҡты еңеү» Бөтә Рәсәй конкурсында иң яҡшы әҫәр номинацияһында лауреат тип танылһа, «Өмет» гәзитенән Рәдиф Фәтҡуллин да ошо конкурстың дипломанты тип иғлан ителде.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға