«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев: «Ҡеүәтле Рәсәй милләте булдырайыҡ»



15.02.2011 Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев: «Ҡеүәтле Рәсәй милләте булдырайыҡ»

Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев: «Ҡеүәтле Рәсәй милләте булдырайыҡ»Уҙған йомала үткән «Рәсәй йәмғиәтендә милләт-ара татыулыҡты нығытыу буйынса саралар тураһында»ғы мәсьәлә буйынса Рәсәй Дәүләт Советы президиумы ултырышы һөҙөмтәләре буйынса РФ Президенты Дмитрий Медведев айырым фармандар бирәсәк.
Ил етәксеһе милләт-ара мөнәсәбәттәр үҫешенә яуаплы махсус структура булдырыуҙы кәрәк түгел тип иҫәпләй. Уның фекеренсә, бығаса ошо юҫыҡта булған органдар һөҙөмтәһеҙ эшләгән. Әле милли сәйәсәт РФ Төбәктәр үҫеше министрлығы ҡарамағында. Унда милләт-ара мөнәсәбәттәр менән эшләүсе координация советы йә комиссия булдырыу ҙа етә. Ә инде милләт-ара ыҙғыш тыуҙырыр­ға маташыусыларға ҡарата күрелгән сараларға килгәндә, проблема ҡануниәттең көсһөҙлөгөндә түгел, уларҙы нисек ҡулланыуҙа һәм судья, прокурорҙарҙың яуаплылығында ла.
– Илдә халыҡтар берҙәмлеген нығытыу, милләт-ара мәсьәләләр­ҙе хәл итеүгә ваҡытым йәл түгел, – тип белдерҙе Дмитрий Медведев.
Президент шулай уҡ милли сәйәсәттең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен билдәләне.
Беренсенән, иң тәү сиратта, толерантлыҡ тәрбиәләү. Был кешенең донъяға ҡарашына нигеҙ һалынған мәктәптән, университеттан башланырға тейеш. Ил башлығы белдереүенсә, гражданлыҡ тәрбиәләү тирәләй сифатлы үҙгәрештәр зарурлығы – көнүҙәк мәсьәлә. Мәғариф системаһына, ғөмүмән, уҡыу-уҡытыу методикаһына яңылыҡтар индереү, педагогик кадрҙарҙы ентекле һайлап алыу мөһим.
Икенсенән, төбәктәр араһында мәҙәни бәйләнештәрҙе киңәйтеү. Рәсәйҙең иң яҡшы ижади коллективтарын субъект­тарға ебәреүгә иғтибар итергә кәрәк.
Өсөнсөнән, кадрҙар сәйәсәте. Дмитрий Медведев, ҡайһы бер милләт вәкилдәренең власҡа килеүен сикләү осраҡтары булыуы сер түгел, тип, төбәктәрҙә ошо мәсьәләне анализлар­ға ҡушты.
Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев: «Ҡеүәтле Рәсәй милләте булдырайыҡ»Бынан тыш, дини конфессияларҙың илдә милләт-ара татыулыҡты нығытыу­ҙағы роле әһәмиәтле булыуын иҫәпкә алып, Президент милли нигеҙҙә килеп тыуған конфликттарҙы көйләүсе төрлө конфессия вәкилдәренән торған төркөм булдырырға тәҡдим итте. Әйткәндәй, Дәүләт Советы президиумы ултырышы башланырҙан алда Д. Медведев Өфөнөң беренсе собор мәсетендә (Туҡай урамында) һәм Рәсәй мосолмандары диниә назаратында булып, диндарҙар менән осрашҡайны.
Дмитрий Медведев бөтә илде һәр яҡлап ҡеүәтле Рәсәй милләте булдырыр­ға саҡырҙы:
– Бындай милләт Рәсәйҙә йәшәгән барлыҡ халыҡтарҙың милли үҙаңын сағылдырырға тейеш. Шул саҡта ғына беҙ ныҡ буласаҡбыҙ. ҡасандыр ундай милләт төҙөргә маташтыҡ, тип йылмайыусылар булыр, әммә тәүге тапҡыр эш аҙаҡҡаса еткерелмәне, дәүләттең тарҡалыуы ла быға ҡамасауланы. Башҡа илдәр ошондай мәсьәләне хәл итте, беҙ ҙә булдырасаҡбыҙ.

Арсен КАНОКОВ, ҡабарҙа-Балҡар Респуб­ликаһы Прези­денты:
– Төньяҡ Кавказдан рус милләтлеләр күсеп китеүе борсолоу тыуҙыра. Был төбәктә рустар ҙур роль уйнаны, мәҫәлән, иҡтисад төҙөлөшөндә лә. Уларҙың алдын­ғы роле юридик нығытылған булырға тейеш (әммә уның нисегерәк булыуын аңлатмаған. – авт.).
– Киң мәғлүмәт саралары йәмәғәтселек фекерен тыуҙы­рыу­ға ҙур йоғонто яһай, тап улар Кавказ кешеһенең кире образын формалаштыра. Быны тамырынан үҙгәртеү мөһим. ҡайһы бер милли йәмәғәт ойошмаларының сәйәси экстремизм сығанағы булыуы мөмкин.
Магомедсәлим МАГОМЕДОВ, Дағстан Республикаһы Прези­денты:
– Милләт-ара мөнәсәбәттәр өлкәһе һығылмалы һәм һиҙгер. Милли мәсьәләләрҙе бер ҡасан да тулыһынса хәл ителеп бөткән тип иҫәпләп булмай.
Дағстан – Рәсәйҙең 120-нән ашыу милләт вәкиле йәшәгән уникаль төбәге. Бында православие, иудаизм, ислам быуаттар буйына һыйышып йәшәй. Хатта ауыр 90-сы йылдарҙа ла төбәктең берлеге һаҡлап ҡалынды. Республиканың 14 милләте титул милләт тип һанала. Ошо халыҡтар телендә гәзиттәр сыға, китаптар баҫыла, радио, телевидение тапшырыуҙары алып барыла. Ә урыҫ халҡының күсенеп китеүе беҙҙең тормошто «ярлыландырҙы».
Андрей ФУРСЕНКО, Рәсәй Федерацияһының мәғариф һәм фән министры:
– 2009 йылдан дәреслектәр сығарырға хоҡуғы булған нәшриәттәр ҡаты һайлап алына. Шул уҡ ваҡытта субъекттарҙа төбәк компоненты предметтары һанал­ған дәреслектәрҙең федераль исемлеккә тура килеү-килмәүен тикшермәү осраҡтары ла бар. Һөҙөмтәлә раҫланмаған китап буйынса уҡытыу ҡайһы бер милләттәр араһында аңлашылмаусанлыҡҡа килтерә. Бындай белем биреү законға ҡаршы килә.
Милли телдәр уҡытыуға килгәндә, баҫым административ-территориаль бүленешкә ҡарап түгел, ә балалар һәм ата-әсәләр­ҙең теләге буйынса аныҡ мәктәптәргә яһалырға тейеш. Ул саҡта аңлашылмаусанлыҡтар, көсөргәнешлек тыумаясаҡ.
Виктор Басаргин, Рәсәй Федерацияһының төбәктәр үҫеше министры:
– Милләт-ара ыҙғыш ҡайҙан килеп сыға һуң? Уны нисек булдырмаҫҡа? Ошоноң буйынса һорау алыуҙар һөҙөмтәһе шуны күрһәтте: дин, этник-ара, гражданлыҡ берлеген нығытыу мөһим. Был тәңгәлдә милләт-ара мөнәсәбәттәр тарихын боҙоп күрһәтеү факттарын күҙәтеп, тарих дәреслектәрен ҡарап барырға кәрәк. Бынан тыш, ксенофобия күренештәренә мониторинг алып барыу мотлаҡ.

А. ЗИННУРОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға