«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Йәш эшҡыуарҙарға – «йәшел ут»



15.02.2011 Йәш эшҡыуарҙарға – «йәшел ут»

Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ һәм Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы араһында мөһим килешеү төҙөлдө. Хәҙер беҙҙә «Һин – эшҡыуар» тип аталған йәштәр программаһы эшләй башлаясаҡ.
«Һин – эшҡыуар» йәштәр программаһы Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ тарафынан 2010 йылда булдырылған һәм Рәсәйҙең 30-ҙан ашыу төбәгендә тормошҡа ашырыла. Программаның төп бурыс­тары – йәштәрҙе эшҡыуарлыҡҡа йәлеп итеү, үҙ аллы бизнес алып барыу өсөн сифатлы уҡытыу, баҙарға сығыр алдынан килеп тыуған ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға өйрәтеү.
Йәш эшҡыуарҙар өсөн тағы ла ҙурыраҡ мөмкинлектәр асылыуы хуплауға лайыҡ. Хәҙер «Һин – эшҡыуар» программаһының беҙҙең төбәктә лә уңышлы эшләй башлауын көтөргә генә ҡала.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға