«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Донъя яңылыҡтары



15.02.2011 Донъя яңылыҡтары

Торлаҡлы булыуға өмөт бар
Рәсәй властары, 2015 йылда илдәге ғаиләләрҙең өстән бер өлө­шө үҙҙәренең аҡсаһына һәм ипо­тека­ға фатир ала аласаҡ, тип иҫәпләй.
Был 2011 – 2015 йылдарға «Торлаҡ» программаһы сиктәрендә мөмкин бу­ла­саҡ. 2009 йыл­да ғаиләлеләрҙең 12 проценты ғына фатир алған. Прог­рамманы бойомға ашырыу өсөн 260 миллиард һум аҡса сарыф итеү күҙ уңында тотола. Сумманың яртыһы – федераль бюджеттан. Торлаҡ хаҡын арзанайтыу эконом-класлы һәм аҙ ҡатлы йорттар төҙөү юлы менән бойомға ашырыласаҡ.

Рулгә – тик айныҡ килеш
РФ Хөкүмәте Премьер-министры Владимир Путин транспорт сараһы менән идара иткән водителдәрҙең ҡанында алкоголь булыуын тикшереү тураһындағы ҡағиҙәләрҙе үҙгәртеү тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы.
РФ эске эштәр министры урынбаҫа­ры В. Кирь­я­нов һүҙ­ҙә­ренсә, яңы ҡағиҙәләр буйынса ҡанда алкоголь кимәле нуль булғанда ғына руль артына ултырырға мөмкин. Элек был күрһәткес 0,3 процент булғанда ла машина йөрөтөргә рөхсәт ителә ине.

Алда нимә булыр?
Мысыр менән 30 йыл идара иткәндән һуң Хөсни Мөбәрәк президент вазифаһынан китте.
Илдең ҡорал­лы Көстәренең Юға­ры хәрби со­ве­ты парламентты тарҡат­ҡан һәм Консти­туция суды эшмәкәрлеген туҡтатҡан.
Ваҡытлы хәрби етәкселек һай­лау­ҙарға әҙерлек өсөн алты ай ваҡыт биргән. Яңы президент һайланғансы ил менән күсмә хөкүмәт етәкселек итәсәк. Ил башлығы булып ва­ҡытлыса Юғары хәрби совет етәксеһе, оборона министры Хөсәйен Тантави иҫәпләнә.

Тунис ҡасаҡтарын ҡайҙа итергә?
Италия хөкүмәте илдә гуманитар һәләкәт режимын иғлан иткән.
Бер ай элек ре­во­люция булған Ту­нис­тан өс меңгә яҡын ҡасаҡ килгән Лампедуза утрауында эсәр һыу етмәй, йоҡларға урын юҡ.
Италия властары был халыҡты урынлаштырыу өсөн Еврокомис­сия­нан ярҙам һорай. Легаль булмаған миграцияға юл ҡуймаҫ өсөн итальяндар Тунисҡа полиция ебәрергә уйлай.

«Иң-иң»дәр кем?
«Финанс» журналы фараздары буйынса, Рәсәйҙең иң бай кешеләренең береһе – Роман Абрамо­вичтың урынын Алишер Усманов алмаштырған.
«Челси» клубы ху­жа­һы Рәсәй миллиардерҙары рейтингында бишенсе урынға төшкән.
«Металлоинвест» компанияһы етәк­сеһенең милке 19,9 миллиард долларға баһаланған. Барлығы Рә­сәйҙә 114 доллар миллиардеры бар.

Сығымдар кәмеһен өсөн
РФ Дәүләт Думаһы спикеры Борис Грызлов Түбәнге палатаның штатын 5 процентҡа кәметеү тура­һындағы ҡарарға ҡул ҡуйған.
Документҡа яраш­лы, аппарат 78 штат берәмегенә кә­мете­ләсәк, ә парламентты тотоу сығымдары 3,7 процентҡа арттырыласаҡ.
Билдәле булыуынса, РФ Прези­денты Дмитрий Медведев 2013 йылға тиклем федераль дәүләт хеҙмәткәрҙәрен 20 процентҡа кәметеү тураһында указға ҡул ҡуйғайны.

З. ЙӘҺҮҘИНА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға