«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Яҙһа - яҙа ла ҡуя!



14.06.2019 Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

– Та-та-та-та-а! Үлдең! Һиңә тейҙе-е-е!
– Теймәне-е-е! Ҡыйыш аттың да инде, ҡыйышҡул!
– Алдама, тейҙе тейем бит!
– Яҡ, тинем мин һиңә, пистәлитең дә ҡыйыш, ҡулың да ҡыйыш!
...Тыныс ҡына башланып киткән атыш, шулай итеп “рукопашный”ға әйләнеп китә торған. Шунан көслөрәге "үлмәҫ" өсөн көсһөҙөрәгенән пистәлитен тартып алып, шатырлатаһынан уртаға һын­дырып, ишеү артына берҙе шапыл­датаһынан тибеп, "еңеп" ҡуя торған. Ауыртыуҙан бигерәк ғәрлектән шар илап ҡайтып барғаны:
– Һин нахалны уйнайың, барыбер һиңә тейҙе, нахал, әсәмә әйтәм мин һине, белдеңме, – тип буҙлап ҡайтып китер ине.
– Ишеү өләпсәңә әйт, йәме! Әй, уйнамайыҡ, әйҙә, шул илаҡ менән, – тип уйында ҡатнашҡан башҡаларҙы өйөрөп алып китер ине башлыҡ.
Ә теге еңгән еңелеүсе, күҙ йәштәрен түгә-түгә, таяҡ менән бер ғәскәр кесерткәндәрҙе ҡырып ташлап, ярһыуын баҫыр ине лә, шунда ятҡан тағы бер пистәлитте тотоп, атыш уйнаусылар яғына тәнтерәкләр ине:
– Әй, ҡарағыҙ әле, мин ниндәй пистәлит таптым!
– Оһо, ҡайҙа ята ине ул? Шә-ә-әп! Ҡайҙа, мин атып ҡарайым әле?!
Тағы ике командаға бүленеп, шатыр-шотор атыша башлаған булалар. Тағы берәүҙең:
– Һиңә тейҙе, үлдең!
– Я-я-яҡ, теймәне, сыйып ҡына үтте-е-е, – тигәненә тиклем...


Рәхәтләнеп уҡыныҡ был яҙманы, шулай бит? Йәмле һәм тәмле бала саҡты иҫләп, хатта кәйеф күтәрелеп китте. Ә яҙманың авторы Гүзәл Вара ҡыҙы Мырҙаева булыр. Баймаҡ районында йәшәй ул ҡәләм-клавиатура оҫтаһы, йәғни заманса әйткәндә, блогер. “Бәйләнештә” сәхифәһендә халыҡты ҡыуандырып, төрлө темаға яҙған Гүзәл тураһында һәр кемдең белгеһе килә ине, бөгөн ошо форсат сығып тора. Хәҙер уның тураһында ентекләп бәйән итмәксебеҙ. Хәйер, сәсән барҙа телең тый, тигәндәр, һүҙҙе блогерҙың үҙенә генә бирәйек тә ҡуяйыҡ.
– Мин хозур тәбиғәтле Бөрйән ҡыҙы, атайым менән әсәйемдең бер бөртөк кенәһемен (әсәйемдең икенсе иптәшенән бер бөртөк ҡустым менән бер бөртөк һеңлем бар), – Гүзәл ошо мәлдә йылмая. – Атайым миңә Софья тип исем ҡушмаҡ булып йөрөгән. Өләсәйем, әсәйемдең әсәһе, ҡуй, Супый, тип көлөрҙәр тигәс, ябай ғына Гүзәл тигән исемде ататҡандар.

Бала саҡ иленән тик яҡты ғына хәтирәләр күңелемдә һаҡлана. Күбеһенсә малайҙар менән уйнай инем, бер мәл хатта синыфташ малай менән дәрестән һуң ҡалып, "бергә бер" һуғышып, еңеп ҡайттым. Илаҡ та булғанмындыр, шул уҡ ваҡытта шаян да, шуҡ та, бер һүҙ менән әйткәндә, ҡәҙимге бала инде. Их, кеше ғүмеренең иң бәхетле, татлы мәле инде ул бала саҡ... Уйҙарымда, төштәремдә йыш ҡайтып урайым да бит, барыбер ныҡ һағындыра.

Мин бәләкәй саҡта ата-әсәйемде ҡыуандырып ҡына үҫтем, буғай, һәр хәлдә артыҡ тәҡәттәрен ҡоротманым. Яҡшы уҡыным, 9-сы синыфты тик “бишле”гә бөткән булдым, бер саранан да ситтә ҡалманым, әүҙем инем. Нисек уҡырға өйрәнгәнемде хәтерләмәйем, ә китапханала алған тәүге китаптың еҫе әле лә танау осомда. Уҡымаған китаптарым ҡалмағайны, шикелле, унан тыш әсәй әллә күпме гәзит-журналдар алдыра ине, рәхәтләнеп, йөҙөп, сумып китеп уҡый инем. Хәҙер генә һирәк эләгә китаптар.

Ғаиләле килеш нисек студент булырға йөрьәт иттегеҙ, тигән һорауығыҙға, пенсия йәшен һуҙыуҙары, юғары белемле булмауым арҡаһында, тип яуаплайым. Былтыр журналист булырға маташып, редакцияға эшкә урынлашмаҡ булып, хыялланып кителгәйне. Ана шул юғары белемле булмауым ҡамасауланы. Мин юғары уҡыу йортона һынау тотоп йөрөгән арала икенсе кешене эшкә алғандар ҙа, журналист булыу теләге киренән уянманы. Психолог һөнәрен алмаҡ­сымын. Ә яҙам тиһәң, тирә-яҡҡа күҙ ташлау ҙа етә. Күҙемә нимә эләгә, башыма нимә килә – шуны тотам да яҙам! Яҙмаларымда ысын мин, тормошта барыбер улай уҡ хыялый түгелмен, етдиерәкмен.

Шулай ҙа минең дә төрлө сағым булып китә. Эс бошо-о-оп китеп, псё, мин киттем депрессияға, тип ятып аунамаҡ булам да ул, ҡатын-ҡыҙҙың бөтмәҫ эштәре, яҡындарым – ғаиләм тураһын­дағы хәстәрлек күреү мәшәҡәттәренән бушаған юҡ. Ә былай, ваҡыты-ваҡыты менән эсемде бушатып, шаулап илап, таҙарынып торам. Был да үҙенә күрә бер кәрәкле дауа кеүек. Ныҡ илаҡмын, юҡ сәбәптән дә күҙ йәштәрем йылға булып ағырға ғына тора. Ғөмүмән, үҙемде бәхетле, тип һанайым. Яҡты донъяла йәшәү бәхетен бүләк иткән ата-әсәйемә рәхмәтем сикһеҙ!
Ғаиләм – минең йыһаным, ғаиләм – минең бәхетем, өмөтөм, ышанысым. Иптәшем менән иртә өйләнештек, миңә – 17, уға 18 генә йәш ине. Беҙҙе осраштырғанына Аллаһы Тәғәләгә сикһеҙ рәхмәтлемен. Аллаға шөкөр, инде 17 йыл тормоштоң әсе-сөсөһөнә, кәртә-ҡаршылыҡтарына бирешмәй бергәбеҙ. Өс ул үҫтерәбеҙ. Иптәшем Ирек – Баймаҡ ҡалаһы егете, шәхси эшҡыуар. Ышаныслы терәгем, таянысым, ул минең янымда булғанға һөт өҫтөндәге ҡаймаҡтай ғына йәшәйем. Рәхәтләнеп ҡул эштәре менән булам, энә, ырғаҡ менән бәйләм бәйләйем, бешеренәм. Донъябыҙ бөтөн, етеш, бәхетле булғаным өсөн дә рәхәтләнеп күңелем серҙәре менән бүлешәм дә инде.

Иргә нисек ярайһығыҙ, тигәнгә, мин иргә ярамайым, мин иремде бары яратам ғына, тим. Ә яратҡан кешеләрҙе бәхетле итеүе – үҙе бәхет.
Улдарыбыҙҙың киләсәге өсөн тынысмын. Сөнки иптәшем бар эшкә лә уларҙы тәфсирләп өйрәтә, ныҡлы ир тәрбиәһе, аҡыл бирә. Ә мин бары әсәй фатихаһын теләп кенә торам, наҙ бүлешәм. Шөкөр, бәхетлемен, яман күҙҙәр, яуыз һүҙҙәр теймәһен. Кисәгем, бөгөнгөм, иртәгәм дә тик сағыу буяуҙарҙан ғына торһон ине, тип теләйем. Башҡаларға ла беҙҙең ише бәхетле булыуҙарын ихлас күңелдән теләйем – һәр кем үҙ парын табып, гөрләтеп донъя көтһөн, балалар үҫтерһен, яратҡан эше менән булһын! Шул саҡта көнсөллөккә, яуызлыҡҡа урын да ҡалмаҫ, тип уйлайым.
Алсаҡ, яҡты
күңелле, егәрле Гүзәлдең саҡ ҡына булһа ла күңел пәрҙәләрен асҡайныҡ, гүйә, сафлыҡтан ауыҙ иттек. Көндәр яҡтырып киттеме шул! Матур, талантлы кешенең бәхете ошо юлдарҙы уҡығандарҙың һәр береһенә йоҡһон – барыбыҙ ҙа ҡыуаныстарҙа йәшәйек әле! Һутлы, бай телле, хисле Гүзәлдән иһә яңынан-яңы шәп яҙмалар көтөп ҡалабыҙ – йәш блогер арымай-талмай ижад итһен дә итһен, бының өсөн бөтә мөмкинлектәр асыҡ!





Автор: Б. Ҡаһарманова
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға