«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Йәш ғалимдарға – Рәсәй Президенты гранты



12.02.2011 Йәш ғалимдарға – Рәсәй Президенты гранты

Республиканың алты йәш ғалимы – Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Биохимия һәм генетика институтынан Юлиә Вахитова, БДУ-нан фән докторы Вадим Захаров, Рәсәй Фән­дәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Органик химия институтынан фән кандидаты Вадим Минғәлиев, БДУ-нан фән кандидаттары Сергей Шау­лов менән Рәсүл Зиннәтуллин, Өфө дәүләт авиация техник университетынан фән кандидаты Александр Кишалов ошо юғары наградаға лайыҡ булды.
Йәш таланттар араһында конкурс Рәсәйҙең йәш ғалимдарына ярҙам күр­һәтеү маҡсатынан ойошторола. Грант өҫтөнлөклө йүнәлешле фән, технологиялар һәм техника буйынса фундаменталь һәм ғилми-ғәмәли тикшеренеүҙәр үткәреүгә сығымдарҙы финанслау маҡсатында ике йылға бүленә. Фән докторҙары өсөн грант күләме – 1 миллион һум, фән кандидаттары өсөн 600 мең һум тәшкил итә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға