«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өфөлә тағы бер притон юҡ ителде



08.02.2011 Өфөлә тағы бер притон юҡ ителде

Наркокүҙәтеү идаралығының «ышаныс телефоны»на, Өфөнөң Зорге урамы йорттарының береһендә наркомандар йыйыла, тигән шылтыратыу булғас, полиция шунда уҡ сара күрә – әйтелгән адрес буйынса тикшерергә барып та етә.
Бер бүлмәле фатирҙа дезоморфин әҙерләү өсөн медицина препараттары, химия реактивтары туп-тулы, имеш. Оперативниктар наркотиктан иҫереп ултырған биш кешене лә ҡулға алған. Уларҙың икәүһе генә эшләй, ҡалғандары – әрәмтамаҡтар. Араларында балалы ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бар. Етмәһә, притон ойоштороусы ла – әсә кеше.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға