«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Эш һөйгәнде ил һөйөр



15.05.2019 Эш һөйгәнде ил һөйөр

– Йәйгеһен ҡояш, ҡоштар менән бергә уянам, шулай иртә тороу ҡанға һеңгән, – тип йылмайҙы Учалы ҡалаһындағы 1-се торлаҡ-эксплуатация идаралығының слесарь-сантехнигы Нәдип Хәким улы Илһамов. – Иртә торғас, көн оҙон, бөтә эште эшләп, бар ергә өлгөрөп була. Мин бит ауыл малайы, Ишмәкәйҙәнмен. Ауылда бер кем дә төшкәсә йоҡлап ятмай, һәр хәлдә, беҙ үҫкәндә шулай ине: таң менән тороп, ярты төн ауышҡанға тиклем эш менән булдыҡ, хеҙмәтте һөйҙөк. Зарланыуҙың ни икәнен дә белмәй, шулай тейеш икән, тип уйлап йәшәнек.

Ғөмүмән, был яҡты йөҙлө, алсаҡ ағайға зарланыу килешмәҫ тә ине. Үҙенән айырым бер йылылыҡ бөркөлөп тора. Уны тәүге күргәндән үк яҡын кешең кеүек тойола, еңел генә аралашып китәһең. Эшһеҙ тора алмаған эшһөйәр­ҙәрҙең береһе ул Нәдип ағай. Хеҙмәт стажы – ҡырҡ биш йыл! Әлеге ваҡытта “Хеҙмәт ветераны” танытмаһы алырға йөрөй.

– Күптән алырға тейеш инем, бер ҙә форсаты сыҡмай торҙо, – ти. – Йә был, йә теге эше сығып ҡына тора...

Тынғыһыҙ шул эше лә: йә йылытыу осоро етә, йә авария эҙемтәләрен бөтөрөүгә бар көс ташлана, йә көндәлек ваҡ-төйәк ремонт ваҡытты “ашай”... Ауылда тыуып үҫкән Нәдип Илһамов, мәктәпте тамамлағас, Учалы ҡалаһында һөнәрселек училище­һында уҡып, һөнәр ала ла, 146-сы тресҡа эшкә инә. Уға ҡалабыҙҙағы һәр йорт, һәр кирбес-ташы таныш кеүек, сөнки Учалыны төҙөүгә-төҙөкләндереүгә бар ғүмерен биргән.

– Мин ярты Европа менән Азияны йөрөп сыҡҡанмын, – тип хәтер йомғағын тағата оҫта ҡуллы эшсе. – Армияла саҡта, ГДР-ҙа зенит-ракета ғәскәрҙәре сафында хеҙмәт иткәндә, бер нисә Европа илен күреү бәхете тейһә, һуңғараҡ Монголияла иретеп йәбештереүсе, слесарь булып та эшләп ҡайттым. Дархан ҡалаһында, Советтар Союзының тос ярҙамында төҙөл­гән сәнәғәт үҙәге ул. “Дархан” тимерсе тигәнде аңлата. Ҙурлығы буйынса Монголияла өсөнсө ҡала иҫәпләнә. Дархан сиккә яҡын ғына, унда беҙҙең халыҡ күп ине. Учалыларҙың да Дарханға ҡул көсө инеп ҡалды.

1-се торлаҡ-эксплуатация ида­ра­лығында Нәдип Илһамов алты йыл эшләй. Идаралыҡ етәксеһе Гүзәл Зарипова уны, эшенә бик яуаплы ҡараған, ышаныслы, хөрмәтле кеше, тип маҡтай:

– Үҙ бурыстарын һәр саҡ теүәл үтәй, уға халыҡтан бер ҡасан ялыу, дәғүә булғаны юҡ, тик маҡтау һәм рәхмәт һүҙҙәре генә ишетәбеҙ. Нәдип Хәким улы кеүек кешеләр менән тау аҡтарып эшләргә мөмкин!

– Их, ҡайҙа һуң йәш, дәртле, көслө саҡтар, тип һағынырға ғына ҡала, ә шулай ҙа, пенсияға сыҡһам да, эшһеҙ тора алмайым, иш янына ҡуш та бит инде, тип һаманғаса эшләп йөрөйөм, – тип йылмайҙы слесарь-сантехник. – Эшемдән кешеләр ҡәнәғәт ҡала икән, минең дә күңел тыныс. Әммә мине хәҙер “Йәшлек”кә түгел, ә “Ҡартлыҡ” тигән гәзиткә яҙырға кәрәк, әгәр шундай баҫмағыҙ булһа. Ҡарағыҙ әле, олоғайғас, йоҡо ҡәҙере лә китә икән, алты-ете сәғәт йоҡла­һаң, шул да артығы менән етә лә ҡуя.

Хәләл ефете Гөлкәй Динияр ҡыҙы менән ҡырҡ бер йыл татыу ғүмер итеп, ике бала тәрбиәләп үҫтергән Нәдип ағай һаубуллашҡанда, эш һөйгән кеше бер ҡасан да хур булмай, башҡаларҙан кәм дә йәшәмәй, тине:
– Һәр кемгә яратҡан эшендә эшләргә яҙһын! Бер эштең дә ояты юҡ, үҙең һөнәреңде ҡәҙер итһәң, үҙеңде лә ҡәҙер-хөрмәт итерҙәр.





Автор: Б. Ҡаһарманова
Фото: Автор фотоһы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға