«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Көн торошо



08.02.2011 Көн торошо

Республикала әле бурандар ҡотора. Башҡортостандың Гидрометүҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, шаршамбыға тиклем көслө ел ҡатыш ҡар яуыуы дауам итәсәк. Көндәрҙең һалҡынайыуы көтөлә.
Бөгөн көндөҙ 10 градус һалҡын булһа, иртәгә 13 – 15 градусҡаса һыуытасаҡ. Синоптиктарҙың фаразы буйынса, аҙна аҙағында көндәрҙең ныҡ һыуытыуы, киләһе аҙнала сатнама һыуыҡтар башланыуы көтөлә. Төндә урыны менән һауа температураһының 38 градусҡа тиклем төшөүе мөмкин. Юлдарҙа боҙлауыҡ буласаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға