«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Һунарсылар иғтибарына



08.02.2011 Һунарсылар иғтибарына

Һунарсылар иғтибарынаЙыртҡыс хайуандар һанын көйләү һәм януарҙарҙың ҡотороуына ҡаршы көрәш маҡсатында республика биләмәһендә 2011 йылдың мартында бүре һәм төлкө тиреләре йыйыла.
Бүре тиреһе өсөн һунарсылар 5 мең һум премия аласаҡ, төлкө тиреһе 500 һумға баһалана.
Саралар «Экология һәм Башҡортостан Респуб­ли­каһының тәбиғәт ресурстары» республика маҡсатлы программаһын (2004 – 2010 йылдарға һәм 2015 йылға тиклемге осорға) тормошҡа ашырыу сиктәрендә финанслана.
Әле һунарсыларҙан тире ҡабул итеү менән шөғөлләнәсәк ойошманы билдәләүгә конкурс иғлан ителде. Быға ҡағылышлы өҫтәмә мәғлүмәттәрҙе Баш­ҡортос­тан Республика­һы­ның Тәби­ғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының рәс­ми сайтынан (www.mprrb.ru) алырға мөмкин.

БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәте.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға