«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Йәнә яңы етәксе



01.02.2011 Йәнә яңы етәксе

Йәнә яңы етәксеБашҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың Указы менән Руслан Кинйәкәев БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе итеп тәғәйенләнде.
Быға тиклем ул Республика инвалидтар йәмәғәт ойошмаларының производство предприятиелары ассоциацияһын һәм Италия – Рәсәй сауҙа палатаһының Башҡортостандағы вәкиллеген етәкләй. Уға 50 йәш, Өфө нефть институтын тамамлаған.
Был вазифала ул ведомствоны 2010 йылдың авгусынан етәкләүсе Айҙар Хәлиловты алмаштырҙы.
Белешмә өсөн. БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты, үҙ компетенцияһына ярашлы, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты, туризмды һәм туризм индустрияһын үҫтереү һәм яҡлау өлкәһендә тармаҡ-ара яраштырыу, планлаштырыу һәм функциональ көйләү менән шөғөлләнеүсе республика башҡарма власть органы булып тора.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға