«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Бәхетлемен һиндә, Башҡортостан!



11.04.2019 Бәхетлемен һиндә, Башҡортостан!

Мин донъяның иң йәмле ерендә – Башҡортостанда тыуғанмын. Уның тураһында нимә әйтһәң дә, аҙ булыр кеүек. Мостай Кәримдең республикабыҙ тураһында шундай һүҙҙәре бар: «Донъяла төрлө илдәр бар. Бер ил – үҙенең тауҙары, икенсеһе – далалары, өсөнсөһө – һыуҙары, дүртенсеһе урмандары менән дан тота. Ә Башҡортостан шуларҙың барыһы менән дә мәшһүр».

Эйе, тыуған илем – күреп туймаҫлыҡ матур, гүзәл ил. Уның ҡайһы төбәгенә генә баҡма – ни менәндер хайран ҡалдырыр, ғорурландырыр, байлығы, матурлығы менән әсир итер. Беҙҙең еребеҙ бик ҙур һәм бай. Уның икһеҙ-сикһеҙ баҫыуҙары, саф һыулы ҙур күлдәре, үтеп сыға алмаҫлыҡ ҡалын урмандары, сәскәләргә күмелгән болон-туғайҙары ғына ни тора! Ҡан тамырҙары һымаҡ һуҙылған йылға­лары – үҙе бер мөғжизә! Ағиҙел, Һаҡмар, Дим, Йүрүҙәндең матурлығы тураһында халыҡ йырҙар сығарған. Асылыкүл, Яҡтыкүл, Ҡандракүл менән һоҡлан­маҫлыҡмы, ғорурланмаҫлыҡмы ни?! Саф һауаһы ла тәнгә сихәт, күңелгә рәхәтлек бирә. Еренең ҡуйынындағы байлыҡтарҙы һанап бөткөһөҙ: нефть һәм газ, күмер һәм металл мәғдәне, алтын һәм баҡыр – бөтәһе лә бар.

Быйыл Башҡортостан халҡы оло юбилейҙы – республикабыҙ ойош­торолоуға 100 йыл тулыуҙы байрам итә. Был иҫтәлекле ваҡиғаның Рәсәй Президенты В. Путиндың Указы буйынса билдәләнеүе айырыуса әһәмиәтле.

Һоҡланып һөйләп бөткөһөҙ ошо гүзәл ерҙә беҙҙең ата-бабаларыбыҙ ғүмер кисергән. Уралға башҡорт борон-борондан килеп төпләнгән. Уны тыуған ере, изге төйәге иткән. Урманында солоҡ ҡараған, кейек аулаған, торор өйөн, ҡаралтыһын ағастан һалған. Үҙәндәрендә мал көткән, тауҙарында бесән сапҡан, уйһыу­ҙарында иген иккән. Шул саҡтарҙан бирле ҡиммәтле тиреле хайуандары, иҫ киткес балы менән дан ҡаҙанған Башҡортостан.

Башҡорт ерен баҫып алырға, башҡорт халҡын ҡол итеп тоторға теләүселәр бик күп булған. Урал илен тапарға, баш эйҙерергә килгән дошмандарҙың яуҙарын ата-баба­ларыбыҙ кире ҡағып торған, тыуған ерен, илен баҫҡынсыларҙан һаҡлаған. Эштә – тире, яуҙа ҡаны ҡойолған. Ни үтмәгән башҡорт баштарынан, ниндәй генә язаларға дусар булмаған! Был турала Баязит Бикбай үҙенең «Ер» поэмаһында былай тигән:
«…Батша итегенең ауырлығын
Икеләтә иңдә татыныҡ,
Урыҫ байы теҙгә йөгөндөрһә,
Башҡорт байы ергә ятҡырҙы…».

Күпме башҡорт ерен урыҫ байҙары алдап, талап алған, ә ерһеҙ, һыуһыҙ ҡалған кешеләре ҡол ителгән. Ниндәй генә золом, йәберҙәр ябырылһа ла, халҡым ғорур намыҫлы булып ҡалған. Башҡорт үҙ иркен, илен, телен һаҡлап ҡалыу һәм киләсәк быуынға аманат итеп тапшырыу өсөн быуаттар буйына көрәшкән.

Ата-бабаларыбыҙ бөгөнгө бәхетле тормошобоҙ өсөн ғүмерҙәрен ҡорбан иткән. Ваҡыт даръяһы рәхимһеҙ, ул беҙҙең теләгебеҙгә ҡарап тормай, алға ынтыла. Тарих тәгәрмәсе лә кирегә әйләнмәй, һәр үткән көн тарихта ҡала бара. Ә кем тарихын белмәй, онота, ул – маңҡорт. Шуға ла бөгөнгө бурыс: үткәндәребеҙ менән һоҡланырға, ғорурлана белергә, тарихыбыҙҙы баш­ҡалар хөрмәт итерлек итеп күтәрергә тейешбеҙ. Әгәр ҙә беҙ үткәндәребеҙҙе белмәһәк, онотһаҡ, был – беҙҙең ата-бабала­рыбыҙға, илебеҙгә, еребеҙгә, теле­беҙгә хыянатыбыҙ. Халҡыбыҙҙың шағиры Риф Мифтаховтың «Замандашым, һаҡла иҫеңдә!» шиғырында шундай юлдар бар:
«Халҡыбыҙҙың ниҙәр кисергәнен
Аҙым һайын һаҡла иҫеңдә!
Тыуған ерҙең ниҙәр кисергәнен,

Замандашым, һаҡла иҫеңдә!»
Үҙенең балы, шифалы ҡымыҙы, күпереп бешкән икмәге менән данлыҡлы булған гүзәл Башҡор­тостаныбыҙҙа йөҙҙән ашыу милләт вәкилдәренең дуҫ, татыу йәшәүе менән дә ғорурланабыҙ. Башҡор­тос­тан – дуҫлыҡ иле, быға күптәр көн­ләшә.

Тыуған ил! Унан да ҡәҙерлерәк ни бар тағы донъяла! Һағындырып һәм һағынып көтөр ерең булыу – ниндәй ҙур бәхет! Донъяла йәшәүҙең оло мәғәнәһе – тыуған ереңде, ғәзиз илеңде ихлас яратыу, үҙеңде ысын улы итеп тойоу, кәрәк саҡта йәнеңде фиҙа ҡылырға әҙер тороу. Үҙеңде үҫтергән тупраҡҡа хыянат итергә ярамай, ул – һиңә икенсе әсә һәм ата.

Башҡортостаным! Кемдәр генә һинең ошо матурлығыңа һоҡланмаған да, кемдәр генә һине данламаған! Ошо матурлығыңды һаҡлап, кемдәр генә башын һалмаған! Данлыҡлы батыр­ҙарыбыҙ, йөҙйәшәр сәсән­дәребеҙ, ерен-һыуын һаҡлаған ир-егеттәребеҙ, халҡының киләсәге өсөн борсолған азаматтар бер-бер артлы күҙ алдына килә. Рәхмәт, тим уларға тыуған ерем, эсәр һыуым, һулар һауам өсөн. Матур тәбиғәтле был ерҙә тыуғаныма һөйөнәм, йәшәгәнем өсөн ҡыуанам, ошо ерҙә йөрөгәнгә бәхетлемен һәм еребеҙҙе сит-яттарға бирмәгәнгә ата-бабаларға сикһеҙ рәхмәтлемен





Автор: Г. Иҫәнаманов
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға