«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Милләт-ара татыулыҡҡа арналған Дәүләт Советы ултырышын ҡаршылап



29.01.2011 Милләт-ара татыулыҡҡа арналған Дәүләт Советы ултырышын ҡаршылап

Ренат ҒӘЛӘМШИН, Башҡортостан удмурттарының милли-мәҙәни үҙәге рәйесе:
– Башҡортостан күп милләтле халҡы менән бай һәм көслө. Төбәктә инде нисәмә быуат башҡорт, рус, татар, сыуаш, мари, удмурт, мордва һәм башҡа халыҡтар бер ғаилә булып йәшәй. Республикала дуҫлыҡтың ҡәҙерен яҡшы аңлайҙар. Шуға ла бер-беребеҙҙең шатлығын уртаҡлашып, кәрәк саҡта ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торабыҙ. Тарихына, мәҙәниәтенә тоғролоҡ һаҡлаған, телен онотмаған халыҡ бер ҡасан да юғалмаясаҡ. 1996 йылда ойошторолған милли-мәҙәни үҙәк нәҡ ошо бурысты үтәүҙе маҡсат итеп ҡуя ла инде. Беҙҙең ошо ынтылышыбыҙ республикала төрлө яҡлап үҫтерелә. Ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе, халҡыбыҙҙың боронғо кәсептәрен тергеҙеү өсөн бик күп эш башҡарыла, мөмкинлектәр тыуҙырыла. Халҡыбыҙҙың оҫталығын – ҡул эштәрен район, республика кимәлендә ойошторолған күргәҙмәләрҙә күрергә мөмкин.
Башҡортостанда, ғөмүмән, барлыҡ халыҡтарҙың шөғөлөнә, кәсебенә ихтирамлы ҡараш йәшәй. Халыҡ оҫталары өсөн төрлө түңәрәктәр эшләүе быға асыҡ миҫал. Йәштәрҙең тормошона ла ҙур иғтибар бирелә. Айырыуса ауыл йәштәрен уҡытыуға, кадр­ҙар әҙерләү мәсьәләһенә туҡталып үтер инем. Беҙ үҙебеҙ, мәҫәлән, Нефтекама педагогия колледжы, Ижевск ҡалаһындағы медицина академияһы, Уд­мурт дәүләт университетының филология һәм журналистика факультеты менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Башҡортостандың удмурт милли мәктәптәрен тамамлаусыларға әлеге уҡыу йорттарында маҡсатлы урындар бүленә. Хатта Нефтекама педагогия колледжында удмурт теле уҡытыусыларын әҙерләүсе айырым төркөм эшләй. «Усточикар» төбәк-ара профилле ижад лагерында юғары квалификациялы белгестәр балаларҙы театр сәнғәте, фольклор, эстрада, әҙәбиәт, журналистика, керамика, һынлы сәнғәт һәм башҡа йүнәлештәр буйынса эшләргә өйрәтә. Ошондай ҙур хәстәрлек Башҡортостанда йәшәүсе удмурттарға киң мөмкинлектәр аса.

Юрий МИХАЙЛОВ, Башҡортостан Республикаһының сыуаш мәҙәни йәмғиәте рәйесе:
– Башҡортостан Республикаһының сыуаш мәҙәни йәмғиәте 1986 йылдан эшләй. Шулай уҡ Федоровка, Ауырғазы, Миәкә, Бишбүләк, Дәүләкән, Шаран, Саҡмағош райондарында, Стәрлетамаҡ, Бәләбәй, Октябрьский, Ишембай, Күмертау ҡалаларында филиалдарыбыҙ бар. Башҡортостанда беҙ, төрлө милләт халҡы, үҙ-ара килешеп, татыу һәм берҙәм йәшәйбеҙ. Йәмғиәт ойоштороуыбыҙ республикала йәшәүсе сыуаштарҙың мәҙәниәтен, телен һаҡлау, йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеү маҡсатына бәйле. Тап ошо ниәттә йәмғиәт тарафынан Ауырғазы районының Бишҡайын ауылында «Туслах» тип исемләнгән профилле лагерыбыҙ асылғайны, уларға йыл һайын методик ярҙам күрһәтәбеҙ.
Сыуашстан Республикаһынан килгән профессиональ коллективтарҙың гастролдәрен ойоштороу ҙа төп эшмәкәрлегебеҙҙең береһе. Беҙ йыл һайын гүзәл башҡорт ерендә халҡыбыҙҙың «Cурхури», «Кер сари», «Учук» кеүек милли байрамдарын матур итеп билдәләйбеҙ. Һәр халыҡ айырым үҙ гүзәлкәйҙәренең матурлыҡ бәйгеләрен үткәрә. Беҙ ҙә Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының Дуҫлыҡ йорто менән берлектә «Башҡортостандың сыуаш һалыуҡайы»н билдәләп, сағыу байрам ойошторабыҙ. «Уяв» ижади коллективтар фестивален, «Шапчак сасси» сыуаш йырын башҡарыусылар конкурсын милләттәштәребеҙ ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп ала.
Әйткәндәй, йәмғиәт эргәһендә сыуаш ҡатын-ҡыҙҙары комитеты ла ойошторолдо. ҡыҫҡаһы, башҡорт илендә телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереү өсөн барлыҡ шарттар тыуҙырылған.

Павел БИКМУРЗИН, мари милли-мәҙәни йәмәғәт ойошмаһы рәйесе:
– Республикабыҙҙа 130 милләт вәкиле йәшәй. Мәктәптәрҙә тиҫтәнән ашыу тел уҡытыла. Сыуаш, мари, удмурт, мордва, немец, украин, латыш, йәһүд, әрмән балалары әсә телендә белем ала. Алты телдә уҡытыу ойошторолһа, һигеҙ тел предмет булараҡ өйрәнелә. Милли ижади коллективтар, китапханалар уңышлы эшләй. Гәзит-журналдар алты телдә нәшер ителһә, телепрограммалар биш телдә эфирға сыға. Беҙҙең Өфө ҡала милли-мәҙәни үҙәгенән тыш, Балтас, ҡалтасы, Краснокама, Мишкә, Илеш, ҡариҙел, Нуриман, Шаран райондарында, Бөрө, Нефтекама, Благовещен, Яңауыл, Дүртөйлө ҡалаларында филиалдарыбыҙ бар.
Беҙ фин-уғыр халыҡтарының төбәк-ара «Самоцветы Прикамья», «Чолман йук» фестивалдәрендә әүҙем ҡатнашабыҙ, Мари мәҙәниәте һәм сәнғәте көндәрен үткәрәбеҙ. Мари Иле Республикаһынан килгән популяр артистарҙың, театр коллективтарының гастролдәрен ойошторабыҙ. Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһында мари халҡының мәҙәниәтен һаҡлауға һәм үҫтереүгә өлөш индереүселәргә Я. Ялкайн исемендәге премия булдырылған. Яңауыл районында мари филологияһына нигеҙ һалыусы В. Васильевҡа, ҡалтасыла билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Н. Алексеевҡа, Мишкәлә мари әҙәбиәте классигы Я. Ялкайнға музей асылған. Өфөлә ике йәкшәмбе мәктәбе уңышлы эшләй.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға