«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Үҙебеҙҙә күн фабрикаһы буласаҡ



31.08.2010 Үҙебеҙҙә күн фабрикаһы буласаҡ

Үҙебеҙҙә күн фабрикаһы буласаҡОктябрьский ҡалаһында ҙур күн эшкәртеү фабрикаһы төҙөү планлаштырыла. Был турала Сибайҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Көньяҡ Урал райондары башлыҡтары менән үткәргән кәңәшмә ваҡытында БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Юрий Пустовгаров хәбәр итте.
– Көньяҡ Урал төбәген буласаҡ производство өсөн терәк нөктәһе итеп ҡарайбыҙ, – тине Юрий Пустовгаров. – Бында сеймал йыйыуҙы һәм уны тәүге эшкәртеүҙе ойоштороп булыр ине. Завод ике-өс йылдан һуң төҙөләсәк, ләкин әҙерлек эштәрен бөгөн үк башларға кәрәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға