«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Справкаларҙы яңыртырға кәрәк!



29.01.2011 Справкаларҙы яңыртырға кәрәк!

Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, артабан балалар пособиеһы ғаилә ағзаларының килемдәрен раҫлаусы документтар тапшырғанда ғына түләнәсәк.
Юғиһә 1 марттан уны түләү туҡтатыла. Әммә балалар пособиеһы алыусы 2011 йылдың 31 майына тиклем йәшәгән урыны буйынса социаль яҡлау органына ғаиләһенең килемен раҫлаусы документтарын килтерһә, пособие түләү ҡайтанан тергеҙелә. Ә инде пособиены алыуға хоҡуҡты 31 майҙан һуң раҫлаған осраҡта, ул уҙған ваҡыт өсөн дә түләнәсәк. Ләкин ул документтарҙы килтергән айға тиклемге өс ай өсөн генә билдәләнә.
Ай һайын түләнгән пособиеның күләме – 133 һум 96 тин. Яңы йылға тиклем ул 126 һум 50 тин ине. Пособие тәғәйенләгәндә йән башына тура килгән килем 5 мең 102 һумдан иҫәпләнә. Балаға пособие алыусыларға пособие­ға һәм уны артабан түләүгә хоҡуҡты раҫлау өсөн бөтә һорауҙар менән халыҡты социаль яҡлау органдарына 2011 йылдың 1 мартынан һуң мөрәжәғәт итергә мөмкин. Шулай уҡ БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында «ҡыҙыу линия» ла эшләй. Шылтыратыуҙар эш көндәрендә киске сәғәт 6-ға тиклем 273-52-12 телефоны аша ҡабул ителә.

Шул уҡ ваҡытта

Яңы йылдан һуң ҡайһы бер пособиеларҙың күләме бер аҙ түбәнәйеүе тураһында яҙып сыҡҡайныҡ инде. Һөйөнөскә күрә, был барлыҡ пособиеларға ла ҡағылмай. Уларҙың ҡайһы берҙәре 6,5 процент самаһына арта икән. Был инфляцияға бәйле.

Р. КҮСЕМХАНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға