«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » 2011 – Туҡай йылы



29.01.2011 2011 – Туҡай йылы

2011 –  Туҡай йылыТӨРКСОЙ, бөйөк татар шағирының тыуыуына 125 йыл тулыу айҡанлы, 2011 йылды Туҡай йылы тип иғлан итте.
Төркиәнең баш ҡалаһы Анкарала, ТӨРКСОЙ-ҙың штаб-фатирында Татарстан Республикаһы Хөкү­мәтенең вице-премьеры – мәҙәниәт министры Зилә Вәлиева етәкселегендәге делегация ҡатнашлығында был иҫтәлекле ваҡиғаға бәйле тантаналы сара үтте. Башта Ғабдулла Туҡайҙың биографияһы һәм ижады менән Могла ҡалаһындағы университет ғалимәһе, Татарстанда тыуған шағирә Сулпан Зарипова-Четин таныштырҙы. Төрки мәҙәниәтен һәм сәнғәтен берлектә үҫтереү буйынса халыҡ-ара ойошманың генераль секретары Дюсен Касеиновтың инеш һүҙенән һуң шағирҙың тормошо хаҡында фильм күрһәтелде.
Уҙған йыл йомғаҡтарына арналған ултырышта ТӨРКСОЙ эшмәкәрлеген яҡтыртыусы журналистарға һәм киң мәғлүмәт сараларына наградалар тапшырыу тантанаһы ла үтте.
Сарала ҡатнашыусылар һуңынан «Ғ. Туҡайҙың тыуған ере – Татарстан» фотокартиналар күргәҙмәһе менән танышты.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға